АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Май 2021, 13:00

УРАЛ АРЪЯҒЫ ХАЛҠЫ ҠӘНӘҒӘТ

Илебеҙҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһынан бөтә кимәлдәге депутаттар һайлауға кандидаттарға алдан тауыш биреү процедураһы дауам итә. Партиянан Дәүләт Думаһының VIII саҡырылышына депутатлыҡҡа кем кандидат булыуы тауыш биреүселәргә бәйле. Билдәле булыуынса, Рәсәй Дәүләт Думаһының VII саҡырылышына Салауат ҡалаһы округы буйынса депутат Зариф Зәкир улы Байғусҡаров та 24 майҙан алып 30 майға ҡәҙәр дауам иткән алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша.Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Илебеҙҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһынан бөтә кимәлдәге депутаттар һайлауға кандидаттарға алдан тауыш биреү процедураһы дауам итә. Партиянан Дәүләт Думаһының VIII саҡырылышына депутатлыҡҡа кем кандидат булыуы тауыш биреүселәргә бәйле. Билдәле булыуынса, Рәсәй Дәүләт Думаһының VII саҡырылышына Салауат ҡалаһы округы буйынса депутат Зариф Зәкир улы Байғусҡаров та 24 майҙан алып 30 майға ҡәҙәр дауам иткән алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша. Мөһим сара алдынан Рәсәй сәйәсмәне, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм закондар сығарыу буйынса комитет ағзаһы, республиканың “Ир-егеттәр ҡоро” рәйесе, “Хәүефһеҙ юлдар”, “Бер кем дә онотолмай” проекттары координаторы Зариф Зәкир улы Байғусҡаров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Зариф Зәкир улы, 5 йыл дауамында депутат булараҡ һеҙҙең дүрт тиҫтәгә яҡын закон сығарыу инициативаһына һәм федераль закондар проекттарына төҙөтмәләр индереүгә авторҙаш булыуығыҙҙы беләбеҙ. Шулар араһында Урал аръяғы үҫешенә бәйле ниндәй закондар сығарыуға булышлыҡ иттегеҙ?
—Был һорауға килгәндә, тәү сиратта, тәбиғи байлыҡтар менән бәйле булған мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотор кәрәк. Мәғдән һәм аҫыл таштарға бай ерҙәргә һәр саҡ ҙур иғтибар бирелде һәм тиҫтәләгән йыл Урал аръяғында файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ рәүештә ҡаҙыу эшмәкәрлеге, тәбиғәткә килтерелгән зыян ябай халыҡтың кәйефен ҡырҙы һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Бөгөнгө көндә күпселек законһыҙ рәүештә ҡаҙылған һәм тәбиғәткә зыян килтергән карьерҙарҙы тулыһынса яптыҡ.
Үткән аҙнала Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡҡа килгән саҡта файҙалы ҡаҙылмалар табыуға арнап кәңәшмә лә үткәрҙе. Был—район халҡы өсөн ҙур проблема. Теге йәки был участкала эшкәртеү башланыуы тураһында урындағы халыҡ унда техника килеп, ҡапыл ғына эштәр башланғас, саҡ белеп ҡала. Муниципалитеттар, власть органдары, контроль-күҙәтеү органдары һәм ҡаҙылма байлыҡтан файҙаланыусылар араһында хеҙмәттәшлек булдырырға кәрәк. Ҡаҙылма байлыҡты файҙаланыу—бик мөһим иҡтисади эшмәкәрлек, ул яңы эш урындары булдырырға тейеш. Тик экология талаптары үтәлмәһә, ул бик проблемалыға әйләнә. Шуға күрә ведомство-ара комиссия булдырырға ҡарар ителде. Ул ҡаҙылмаларҙы файҙаланыуҙың бар этаптарында ла лицензиялауҙы аныҡ үтәүҙе контролдә тотасаҡ, кәрәк булһа, ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ ер аҫты байлыҡтары менән дан тотҡан биләмәләрҙә тәбиғи мираҫты кире тергеҙеү мәсьәләһен күтәреп, бөгөнгө көндә федераль кимәлдә ведомстволарҙа ошо юҫыҡта эш алып барам.
—Һеҙ тәҡдим иткән ниндәй закондар ғәмәлгә инде?
—Иң билдәле закондарҙың береһе—урмандарҙа йығылып, бер нәмәгә яраҡһыҙ булып ятҡан ағастарҙы законлы рәүештә ҡулланыу мөмкинселеген тормошҡа ашырҙыҡ. Элек урмандан йығылған ағас ташыған өсөн дә штраф алыу ҡурҡынысы бар ине. Был законды ғәмәлгә ашырыу теләген халыҡ белгертте. Төбәктә йәшәүселәрҙең мөрәжәғәтен ентекле тикшереп, артабан Дәүләт Думаһында үткәреп ебәрҙек. Унан тыш, суррогатлы алкоголь эсемлектәрен һатыу өсөн язаны көсәйттек.
—Быйыл республикала беренсе тапҡыр ир-егеттәр ҡоро уҙҙы. Белеүебеҙсә, был сара һеҙҙең башланғыс менән ойошторолдо.
—Нисек кенә булмаһын, был форум күптән кәрәк ине. Юҡһа, атайҙарҙың, ирҙәрҙең үҙ позицияларын юғалта барыуы тураһында йәмғиәттә байтаҡтан хәбәр ҡуҙғатыла, әммә һүҙ һөйләүҙән ары китеш юҡ. Хәл-торошто үҙгәртергә теләүсе юҡ икән, тимәк, был кемгәлер уңайлы. Был юлы, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ир-егеттәрҙе бер урынға йыйыу, бигерәк тә уларҙың үҙ теләге менән яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алдыртыуға өлгәшеүе ауыр. Был форумға өс төркөмгә ҡараған ир-егеттәр йыйылды. Беренсе төркөм: чиновниктар. Улар, һәр ваҡыттағыса, матур һәм күп һөйләй. Икенсе төркөм: үҙ эшен яҡшы белгән профессионалдар. Улар үҙ белемен һәм тәжрибәһен йәмғиәткә таратырға тырыша, әммә йәмғиәттәге күпселекте тәшкил иткән категория аңламаған телдә һөйләшә. Өсөнсө категория: провинциалдар, йәғни үҙәктән ситтә ятҡан биләмәләрҙән килеүселәр , хатта район үҙәгенән түгел, ә ауылдарҙан. Улар урындағы проблемаларҙы барыһынан да яҡшы белә, уның сәбәптәрен аңлай, нимәлер үҙгәртергә тырышып, икенсе һәм беренсе категорияға аңлатып ҡарай, әммә улар тәү ҡарашҡа иғтибар менән тыңлаған да кеүек, ләкин ишетмәй, йәғни ҡолаҡтары ишетә, ә йөрәктәре ябыҡ.
Нисек кенә булмаһын, быуаттар буйы формалашҡан тормош рәүешен: ир—баш, ҡатын—муйын, тигәнде тамырынан үҙгәртергә тырышыуҙың һөҙөмтәләрен бөгөн айыҡ аҡыллы кеше аңлай. Йәмғиәттә ҡиммәттәр үҙгәреүе яҡшыға алып бармай. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың форумға тәбрикләү һүҙендә лә ошоға баҫым яһалды. Ул: “Ирҙәр иңендә яуаплы бурыстар ята. Иҡтисади, социаль тормош, балалар тәрбиәләү, ир-егеттең, атайҙарҙың абруйын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса аңлатыу алып барырға тейешбеҙ. Малайҙарға ошо төшөнсәләрҙе бала саҡтан аңлатҡанда ғына ысын ир-егеттәр тәрбиәләй һәм быуаттар буйына тупланған мәҙәни традицияларҙы быуындан-быуынға тапшыра алабыҙ»,—тине. Ир-егеттәр әүҙем түгел, тигән фекер өҫтөнлөк итһә лә, форумда ҡатнашыу өсөн 300-ҙән ашыу ғариза килде, 51 кеше «Ил терәге» миҙалы менән бүләкләнде, уҡыусылар араһында иғлан ителгән «Минең атайым» темаһына инша яҙыуҙа 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Форум статистикаһынан күренеүенсә, унда тиҫтәләгән күп балалы атай ҡатнашты. Шулар араһынан Өфө
ҡалаһынан уҡытыусы булып эшләгән Валерий Семеновты билдәләп китергә мөмкин. 23 балаға атай ул бөгөн: үҙҙәренең өс балаһы эргәһенә тәрбиәгә алынған 20 бала ла уларҙың өйөнә генә түгел, йөрәгенә лә һыйған. Шулай уҡ Филүс Ильясов (Саҡмағош районы), Ишкилде Фәхрийәнов (Бөрйән районы), Вәкил Боҫҡонов (Баймаҡ районы)—11-әр бала, Денис Куликов—10 бала (Өфө ҡалаһы), Радик Ғәбдрәхимов (Туймазы районы)—7 бала, Хәмит Ҡыуатов (Ейәнсура районы)—7 бала, Валерий Маязов (Ҡалтасы районы)—7 бала, Александр Федотов (Бишбүләк районы) 6 балалы герой-атайҙар. Әйткәндәй, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та күп балалы атай—уның ғаиләһендә 6 бала үҫә.
—Күптән түгел Ҡазан ҡалаһы гимназияһында булған ҡанҡойош балаларыбыҙҙың яҡланмауын, ғөмүмән, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр ыңғай яҡта булмауын күрһәтте. Быға һеҙҙең фекерегеҙ нисек?
—Был дөйөм һәм комплекслы проблема. Бындай хәл-ваҡиға бөтә ерҙә лә булыуы мөмкин. Ошондай һәләкәттәрҙән ары торор өсөн беҙгә бар яҡлап та уяу булырға кәрәк. Дәүләт органдары, ғаиләлә тәрбиә, интернет арауығында эш итеү зарур. Был юҫыҡҡа әүҙем йәштәр менән генә түгел, ижтимағи мөхиткә бирелеп бармаған ҡатламды ла ҡуҙғатыу мөһим.
—Киләсәктә төбәктең ыңғай үҫешен хәл итер өсөн ниндәй үҙгәрештәр индерер инегеҙ?
—Йылына миңә һайлаусыларымдан меңәрләгән хат килә. Уларҙың күпселеге ғаилә мәсьәләләре, экологик тәңгәлдәге һорауҙар, инфраструктураны яҡшыртыу буйынса, социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр. Хоҡуҡи яҡтан башҡараһы эштәр бихисап: ғәмәлдәге һәм ҡабул итәсәк закондарҙың сифатын яҡшыртыу зарур. Республика ныҡлы үҫешһен өсөн йәш көстәрҙе, федераль үҙәктән инвестициялар йәлеп итеү, Башҡортостанда яңы эш урындары булдырыу кеүек мөһим тармаҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырмау бурыс.
—Алдан тауыш биреүгә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул ҡасанға ҡәҙәр дауам итә?
—Быйыл алдан тауыш биреү беренсе тапҡыр бөтә илдә электрон рәүештә үткәрелә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының сараны ғәҙел, хәүефһеҙ уҙыуын тәьмин итеренә ышанам. Тауыш биреүселәрҙе теркәү 28 майға тиклем дауам итә. Әле 4,8 миллион кеше, йәғни ил һайлаусыларының биш проценты, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Думаһы һайлауында ҡатнашыуға тәҡдим иткән кандидаты өсөн тауыш биреү теләген белдергән.
Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем Дәүләт хеҙмәте порталы аша электрон формала уҙа. 1 июндә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк. Һуңынан “Берҙәм Рәсәй”ҙән кандидаттар исемлеген съезд раҫлаясаҡ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Артабан да шулай халыҡ мәнфәғәтенә эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ!