Ғаилә—милләтебеҙҙең генә түгел, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең ныҡлы терәге һәм таянысы. Ысын, бәхетле, тулы һәм законлы ғаиләләр генә илебеҙҙең яҡты киләсәген тәьмин итә ала. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар ғаиләһендә 11 бала үҫә.
Һигеҙ ҡыҙ һәм өс улға ғүмер биргән бәхетле ғаиләнең тормоштары—күркәм, донъялары—түңәрәк.
Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡо-новтар сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан, беренсе кластан алып бергә уҡыйҙар. Мәктәптәге дуҫлыҡ артабан оло мөхәббәткә әйләнә, йәштәр 1992 йылда өйләнешә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы сабыйҙары донъяға килә. Балаларының да исемдәре йырлап тора: Илсиә, Илгиз, Вилиә, Гөлфиә, Таңгөл, Заһиҙә, Зөмәрә, Нәфисә, Заур, Нәргизә һәм Камил. Иң өлкән ҡыҙҙарына—27 йәш булһа, иң кескәй Камилға әле 5 йәш. Әйткәндәй, Илсиә ата-әсәһен өләсәй һәм олатай ҙа иткән, ул кейәүе менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Илгиз вахта ысулы менән ситтә эшләһә, Вилиә—“Күбәләк” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Гөлфиә—Сибай медицина колледжы студенты. Ҡалған биш бала ҡаланың 3-сө мәктәбендә белем ала, Нәргизәләре быйыл беренсе класҡа уҡырға бара.
Күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлдерелгән программаға ярашлы, Боҫ-ҡоновтар Баймаҡ ҡалаһынан шәхси йорт һатып ала. Ғаилә башлығы күптән түгел Өфөлә үткән “Ирҙәр ҡоро”нда ҡатнашып, “Ил терәге” исеменә лайыҡ булһа, хужабикәнең күкрәгендә “Әсәлек даны” миҙалы балҡый.
—Балаларыбыҙ—тормошобоҙ йәме. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, уларҙың көләс йөҙөн күреү, шат тауыштарын ишетеүҙән дә юғары бәхеттең булыуы мөмкин түгел. Киләсәктә барыһы ла имен-һау, бәхетле булһындар,—тип йылмая Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтар.