Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Апрель 2021, 22:05

Мәскәүҙән төшкән килен

Шағир Рәми Ғариповтың кәләше Надежда башҡортса һөйләшкәнен күптәр белә. Ә бына Баймаҡ районы Йылым ауылы килене, Мәскәү ҡыҙы Надежданы белмәйһегеҙ. Ә бит ул күптәргә өлгө булырлыҡ. Надя ауылда башҡорттар араһында үҫкән башҡорттарҙан да таҙараҡ һөйләшә. Башҡорттар балаларына Амелия, София, Анзелина тип ҡушһа, ул сабыйына Мәликә тип исем биргән.

Шағир Рәми Ғариповтың кәләше Надежда башҡортса һөйләшкәнен күптәр белә. Ә бына Баймаҡ районы Йылым ауылы килене, Мәскәү ҡыҙы Надежданы белмәйһегеҙ. Ә бит ул күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул ауылда башҡорттар араһында үҫкән башҡорттарҙан да таҙараҡ һөйләшә. Башҡорттар балаларына Амелия, София, Анзелина тип ҡушһа, ул сабыйына Мәликә тип исем биргән.

“Һуңғы йылдарҙа тел мәсьәләләренә ҡағылған бик күп бәхәстәр сығып ҡына тора. Бигерәктә балаларҙың туған телендә аралашмай , күберәк рус телендә уҙ- ара һөйләшеүе телдең киләсәге өсөн хәүеф уята. Был темаға туҡтауһыҙ бәхәсләшергә мөмкин, әлбиттә.
Яңыраҡ ауылдашыбыҙ Абдуллин Сынтимерҙең Мәскәүҙән алған кәләше Надежданың саф башҡортса, ихлас күңелдән , һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп шартлатып ҡотлау һүҙе әйтеүе һоҡландырҙы мине. "Бына был килен исмаһам, ҡалай телде өйрәнеп алған таҙа итеп"- тип һоҡланып ҡараным шул балаға. Уның тырышып башҡортса өйрәнеүен, эшлекле булыуын ишеткеләп йөрөнөм, әлбиттә. Ә бит , уйлап ҡараһаң , Мәскәүҙә тыуған, шунда уҡыған, "коренная москвичка". Ниндәй матур тәрбиә биргән ата-әсәһе был ҡыҙыҡайға, сит милләтте ихтирам итергә өйрәткән, үҙенең баһаһын ҡалай күтәреп ебәрҙе был килен. Ә беҙ йыш ҡына :"Балам рус класында уҡый, телевизор һәм башҡалар баланың телен боҙҙо”,-- тип һылтау табабыҙ. Күп уйланым шул турала. Бына ҡайҙа ул юғары кимәл, аҡыллылыҡ, тәрбиәлелек. Афарин, килен!”—тип яҙа “Бәйләнештә” селтәрендә Тәнзилә Кәйекбирҙина.
Шулай уҡ ошо башҡорт ауылында тыуып, ошонда үҫкән ҡыҙҙарҙың русса һөйләшеүенә тәнҡит һүҙҙәре еткергән.

Әлеге яҙмаға ҡуйылған комментарийҙарҙан күренеүенсә, Надежданы ауылда ныҡ ихтирам итәләр. Ике йыл килен булыу осоронда ул үҙен ныҡ аҡыллы итеп күрһәтә алған, ҡыҙына ла Мәликә тип ҡушҡан.
--Саф башҡортса һөйләшә. Хатта беҙҙең кеүек “врач” тип әйтмәй, ә “табип” ти. Телефондан яҙышһа ла башҡортса яҙыша. Беҙ уны Нәдиә килен тибеҙ. Ул матур итеп башҡортса йырлай ҙа,--тип яҙа йылымдар.
Сынтимер ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Пандемия мәлендә ауылға ҡайтҡандар һәм онлайн өйҙән эшләйҙәр. Аҡыллы , белемле йәштәргә ғаилә бәхете теләйбеҙ! Афарин!