АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Апрель 2021, 15:30

Афарин, Камила!

Сибайҙа уҡыусы Камила Шарапова кеше талаусыны тоторға ярҙам иткәнБыл хәл 14 апрелдә Еңеүҙең 30 йыллығы скверында булған. Быға тиклем хөкөмгә тарттырылған 42 йәшлек ир 70 йәшлек ҡарттың ҡулынан өс мең һум аҡсаһын тартып алып ҡасҡан.

Сибайҙа уҡыусы Камила Шарапова кеше талаусыны тоторға ярҙам иткән

Был хәл 14 апрелдә Еңеүҙең 30 йыллығы скверында булған. Быға тиклем хөкөмгә тарттырылған 42 йәшлек ир 70 йәшлек ҡарттың ҡулынан өс мең һум аҡсаһын тартып алып ҡасҡан.

15 йәшлек Камила бер ҡатын менән оло йәштәге ирҙең бурҙы тоторға маташыуын күреп ҡалған. Ҡатын йығылып, битен йәрәхәтләгән.

Ҡыҙ уны эскәмйәгә ултыртҡан да полицияға шылтыратҡан, тәртип һаҡсыларына енәйәтсенең ҡайһы яҡҡа йүгергәнен, нисек кейенгәнен әйткән. Камила талаусыны эҙәрлекләп маташҡан. Аҙаҡтан инде ул бурҙы тотҡандарын белгән.

"Ололарҙы йәлләнем, улар үҙҙәрен яҡлай алмай бит", - тине ҡыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim