АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
31 Март 2021, 15:25

Баймаҡтарҙың яҡташтары шәп!

Руслан Ғирфанов яҡташтарына Санкт-Петербург ҡалаһының "Алёша" мәрхәмәтлек фонды ярҙамы менән Японияла сығарылған фиброгастроколоноскоп бүләк иткән.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы бағыусылар ярҙамы менән өр-яңы медицина аппараттары менән тулыланды. Руслан Ғирфанов яҡташтарына Санкт-Петербург ҡалаһының "Алёша" мәрхәмәтлек фонды ярҙамы менән Японияла сығарылған фиброгастроколоноскоп бүләк иткән.

Әйткәндәй, меценаттың әсәһе утыҙ йылдан ашыу Баймаҡ ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Йәш врач-эндоскопист Радмир Латипов уның үҙенсәлектәрен өйрәнеп, баһаһын биреп тә өлгөргән. Табип әйтеүенсә, яңы аппараттың файҙаһы ҙур, ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын билдәләү өсөн бигерәк тә уңайлы.

Шулай уҡ яҡын арала меценаттың ярҙамы менән тағы ла ике медицина аппараты сафҡа инәсәк. Был Баймаҡ эшҡыуарҙарының яҡташтарына һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күрһәткән тәүге ярҙамы түгел. Улар пандемия ваҡытында сирлеләр өсөн яһалма тын алыу аппараттары һатып алыуҙа булышлыҡ итте, табиптарға аҙыҡ-түлек алып барҙы, битлектәр таратты. Шулай уҡ даими рәүештә төрлө кимәлдәге мәрхәмәтлек акциялары уҙғаралар.

Баймаҡ меценатының яңы медицина аппараттары яҡташтары сәләмәтлеге һағында ышаныслы хеҙмәт итер, киләсәктә лә Руслан Ғирфанов кеүек бағыусылар күп булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фото: Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы сайтынан.

Автор: Карима Усманова