АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Март 2021, 11:55

Хөрмәткә лайыҡ яҡташың бармы?

Башҡортостанда “Яҡташтар” проекты старт алды. Уның маҡсаты--лайыҡлы, хөрмәтле, абруйлы замандаштарҙы билдәләү.

Башҡортостанда “Яҡташтар” проекты старт алды. Уның маҡсаты--лайыҡлы, хөрмәтле, абруйлы замандаштарҙы билдәләү. Республика халҡына үҙ төбәген ихтирамға лайыҡ шәхестең исем-шәрифен атау тәҡдим ителә. Ошо рәүешле, был кеше хаҡында бөтә республикаға һөйләргә мөмкинлек булдырыла.
Шулай уҡ проект муниципалитеттарҙа һәм ҡала округтарында бер юлы мөһим социаль проблемаларҙы билдәләргә ярҙам итә.
Әле проект сиктәрендә урындарҙа һорауҙарға яуап алыу башланды. Земляки2021.рф сайтында ла анкета һорауҙарна яуап бирергә мөмкин. Халыҡ күрһәткән фамилиялар икенсе этапта тауыш биреүгә ҡуйыла. Аҙаҡ иһә уларҙы бүләкләү сараһы үтә.