Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Март 2021, 11:00

ТОРМОШТАРЫ ЙЫР КЕҮЕК

“Тормоштары йырға оҡшаш” тиҙәр ҡайһы бер ғаиләләр хаҡында. Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында йәшәгән Әнисә менән Рәшит Хәсәновтар менән танышҡас, уларҙың ғаиләһен “күңел түренән урғылып сыҡҡан моңло бер йырға” оҡшаттым. Былтыр үҙҙәренең алтын туйын билдәләгән матур парға әле булһа һоҡланырлыҡ.

“Тормоштары йырға оҡшаш” тиҙәр ҡайһы бер ғаиләләр хаҡында. Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында йәшәгән Әнисә менән Рәшит Хәсәновтар менән танышҡас, уларҙың ғаиләһен “күңел түренән урғылып сыҡҡан моңло бер йырға” оҡшаттым. Былтыр үҙҙәренең алтын туйын билдәләгән матур парға әле булһа һоҡланырлыҡ.
Бәхетле ҡартлыҡ кисергән хеҙмәт ветерандары—ауылдың иң өлгөлө һәм абруйлы ғаиләләрҙең береһе. Биш балаға ғүмер биргән Хәсәновтар бөгөн 12 ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй ҙә.
Әнисә Ғәфүрйән ҡыҙы сығышы менән урман яғынан—Ғәлиәхмәт ауылынан. “Минең урман ҡыҙым” тип ғашиҡ булған ире әле булһа ҡатынына шулай тип яратып өндәшә. Уларҙың танышыуҙары осраҡлы ғына килеп сыға. Ошо ауылда йәшәгән әхирәте Мәрйәмгә ҡунаҡҡа килеп, буласаҡ тормош иптәшен осратырмын тип уйлап та ҡарамаған Әнисә апайҙың яҙмышы бер осрашыуҙа хәл ителә. Кисен клубҡа сыҡҡан ҡыҙҙарға Турат ауылы егете Рәшит Хәсәнов киске уйынға үҙҙәренең ауылына саҡыра. Әхирәттәр риза була, бергәләшеп клубҡа бара, танышып, артабан осраша башлай.
—Урман ҡыҙҙары улар башҡаса... Матур ҙа, уңған да улар. Апайығыҙҙы ла тәү күргәндә үк оҡшаттым һәм ғашиҡ булдым, әле булһа йылы хистәремде һаҡлайым,—ти ғаилә башлығы.
Ул ваҡытта Рәшит Төхвәт улы Орск ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында белем алып, экскаваторсы һөнәренә эйә була. Бер юлы шоферҙар курсында ла уҡый. Күп тә үтмәй уны әрме сафына саҡыралар, ҡайтҡас та Аҡъяр район дауаханаһында эшләп йөрөгән Әнисә Ғәфүрйән ҡыҙы менән өйләнешәләр.
Ҡырҡ йылдан ашыу руль артында ултырған Рәшит Хәсәновҡа “тимер ат”тың төрлөһөн йөрөтөргә тура килә, әммә һәр саҡ үҙ эшен ярата, машиналарын төҙөк һәм таҙа алып йөрөй, күпме саҡрымдар үтһә лә, бер ваҡытта ла һуҡранмай, тейешле ергә ваҡытында барып етә. Бер ҡулы—рулдә, икенсеһе гармунда булған ағай тормошто шул тиклем ярата, тәбиғәттә йыш була, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Ул шулай уҡ оҫта һунарсы һәм балыҡсы ла.
Хәсәновтар Хоҙайҙың бер яҡшыға—бер яҡшы, тип әйткән сағына тура килгәндер. Улар икеһе лә уңған, бөтмөр. Йорт хужабикәһе Әнисә ханым ҡул эштәренә маһир. Тотош бер бүлмә тик үҙе эшләгән әйберҙәре менән йыһазландырылған. Диван-ултырғыстарҙа ул бәйләгән япмалар, тәҙрә төптәрендә—төрлө сәскәләр, өҫтәлдә—ырғаҡ менән семәрләп эшләнгән салфеткалар, сигелгән һөлгөләр. Бүлмәгә ингәс тә, үҙеңде бер музейға килеп кергәндәй хис итәһең, ҡул эштәренең матурлығын күреп, хайран ҡалаһың! Әйткәндәй, Әнисә Хәсәноваға беҙ ҙә үҙебеҙҙең кәңәшебеҙҙе бирҙек әле: өҫтәлгә лә матур итеп ырғаҡ ярҙамында ашъяулыҡ эшләргә. Икенсе барыуыбыҙға апай мотлаҡ эшләп, өҫтәленә ябып ҡуйырға һүҙ бирҙе.
Йәнә беҙҙе Хәсәновтарҙың йортоноң ҙурлығы хайран итте. Баҡтиһәң, улар был йортто самандан эшләгән, артабан уны заманса төҙөлөш материалдары менән нығытҡан, биҙәгән. Ауылдың йәме булған был йорт эсендә бәхет һәм мөхәббәттең йәшәүенә инандыҡ. Илле йыл бергә бер уй, бер йән булып йәшәүселәрҙе бик һирәк осратырға тура килә.
—Балаларҙың барыһы ла бик матур йәшәй, йәй көнө ҙур йортобоҙҙа урын да етмәй,—тип йылмая Әнисә ханым.—Яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсасылыҡ менән булышһаҡ, ҡышын ҡул эштәренә тотонам. Ағайығыҙ ҡулына гармунын алһа, икәүләшеп йырлап алабыҙ. Үҙебеҙ генә башҡарған йырҙарҙан репертуарыбыҙ бар. Алтындай балҡышлы ғүмер кисерәбеҙ, бәхетлебеҙ, бер-беребеҙ өсөн йәштән өҙөлөп торҙоҡ, әле лә шул хистәр юғалмаған.
Ысынлап та, бер-береһенә олоғайған көндәрендә лә тәүге йәшлек хистәрен, мөхәббәттәрен сайпылтмай һаҡлай алған был бәхетле ғаиләгә артабан да оҙаҡ йылдар бер-береһенә тиң булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Кәримә Усманова.
Хәйбулла районы.