Замандаш
14 Марта 2021, 05:00

Мөхтәр Мөхәмәтҡоловтың уңған ҡыҙҙары

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы ире Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәнов менән Сибай интернат-мәктәбендә балалар уҡытты. Ғәлиә Мөхәмәтйәнова оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының мәғәриф министры вазифаһын башҡарҙы.Мәүлиҙә Яҡупова “Сибайский рабочий” гәзитендә мөхәррир булды. Ире Ҡадир Яҡупов менән Сибай ҡалаһын данлап бихисап китаптар сығарҙы.Сибайҙар уларҙы бер ваҡытта ла онотмай. Бынан бер нисә йыл элек ҡаланың мәғариф бүлеге күп балалы Мөхәмәтҡоловтар ғаиләһенең Шәжәрә байрамын уҙғарып, булдыҡлы нәҫелде барланы.

Өфөлә республиканың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Лайыҡлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Юғары наградалар алыусылар араһында беҙҙең яҡташтар—Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән бер туғандар--Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова һәм Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупованың булыуы оло ҡыуаныс.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт Палатаһының бишенсе саҡырылышы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының консультанты Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупованың фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” тигән маҡтаулы исем менән билдәләнде.
--Апайым өсөн ныҡ ҡыуандым, республика үҫеше өсөн ул бик күп эшләне! Илебеҙҙең бөтә тарафтарынан ҡотлауҙар ҡабул итәбеҙ! 50 йыл эшләү дәүеремдә беренсе тапҡыр иртәнсәк Матбуғат йортона эшкә түгел, ә награда алырға барҙым.Тоҡомобоҙ эшһөйөүсән, иртән торабыҙ ҙа баш баҫып эшкә сабабыҙ,--тип тәьҫораттары менә урташлашты Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы. --Телевидениеға биргән интервьюһында апайым Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы иһә атай-әсәйҙәребеҙ иҫән булһа ике кесе ҡыҙҙары өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерерҙәр ине тип әйтте. Мин һөйләргә яратмайым. Бөтә тормошом яҙыуға бәйле. Яңыраҡ ҡына БДУ-ла буласаҡ журналистар менән осраштыҡ. Лайыҡлы алмаш үҫеп килеүенә ҡыуандым.
Наградланыусылар хаҡында төбәк Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында “Тормошобоҙҙо әүҙем йәмәғәтселәр, хөрмәтле ветерандар Марат Сабит улы Муллағәләмов, Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова, Гәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәноваларҙың эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә һеҙ республикаға тоғро хеҙмәт итеүеҙҙе иҫтабатланығыҙ.
Вячеслав Николаевич Голов, Салауат Ғайса улы Кәримов, Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова, Дан Кричевский республиканың рухи тормошон, күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе һәм мәғрифәтебеҙҙе байытыуға тос өлөш индерә”, – тип айырып әйтеп үтте.
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы ире Самат Әбдрәхим улы менән Сибай интернат-мәктәбендә балалар уҡытты. Ғәлиә Мөхәмәтйәнова оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының мәғәриф министры вазифаһын башҡарҙы.
Мәүлиҙә Яҡупова “Сибайский рабочий” гәзитендә мөхәррир булды. Ире Ҡадир Яҡупов менән Сибай ҡалаһын данлап китаптар сығарҙы.
Сибайҙар уларҙы бер ваҡытта ла онотмай. Бынан бер нисә йыл элек ҡаланың мәғариф бүлеге күп балалы Мөхәмәтҡоловтар ғаиләһенең Шәжәрә байрамын уҙғарып, булдыҡлы нәҫелде барланы.
Фото “Сибайский рабочий” гәзите сайтынан.
Читайте нас