Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Ғинуар 2021, 18:35

МАУЫҠТЫРҒЫС ҠЫШҠЫ СӘЙӘХӘТ

Сибайҙан Талҡаҫҡаса дүрт көн баралар...

Гай тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре эттәрҙе егеп, Сибайҙан Иҫән ауылынаса барған. Сәйәхәттәре дүрт көнгә һуҙылған.
Денис Журавлев менән Дмитрий Тимофеев тәү тапҡыр ҡышҡы сәйәхәткә сыҡмаған. Декабрҙә улар Яҡтыкүлгә барған була. Был юлы иһә Сибайҙы старт нөктәһе итеп билдәләп, Талҡаҫҡа барып етеүҙе маҡсат итеп алалар һәм әҙерләнеп 4 ғинуар юлға сығалар. Дүрт көн эсендә саңғы һәм саналарҙа 60 километр юл үтәләр.
--Һауа торошо яҡшы ине. Температура минус 12-20 градус тирәһендә тирбәлде. Маҡсатыбыҙ матур урындарҙы күреү ине. Ғәҙелша шарлауығында булдыҡ, унан Сереккүлде күрҙек. Тураташ тауынан һуң Танк тауына сәфәр ҡылдыҡ. Аҙаҡ иһә Талҡаҫҡа юлландыҡ, - ти сәйәхәтселәр.
Денис менән Дмитрий ташландыҡ юлдарҙан көрт йырып урмандар аша тура сыға. Палаткаларын ҡороп, мейес-буржуйкаларын эшләтеп, ашарға бешереп, тамаҡ ялғап, йоҡо туйҙырып дүрт көн дауамында Талҡаҫҡа юл тоталар. Һәр иртәнсәк күнекмә эшләп, ҡар менән ыуынырға ла онотмай улар. Эттәр ҙә бик йылғыр булып сыға, йөктә тигеҙ тартып баралар.
Талҡаҫҡа барып етеүҙәренә дуҫтары күл янына машина менән килеп тә тора.
--Әйтеп аңлатҡыһыҙ тәьҫорат. Барыһы ла килеп сыҡты, ауыр юлды үттек. Маҡсатҡа өлгәштек. Мәғрүр тауҙарға, ҡар-юрған ябынған урманға һоҡландыҡ. Дәртләнеп ҡайттыҡ, яңы сәйәхәткә әҙербеҙ, - ти туристар.
Читайте нас: