Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Ғинуар 2021, 23:20

БАТЫР ЕГЕТ МИҘАЛЛЫ БУЛДЫ

Сит-яттарҙың хәсрәтенә вайымһыҙ ҡалмау, иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу – күркәм сифаттар. Бөгөн Баймаҡ районы башлығы Ф.Ғ.Әминев ҡулынан миҙал алыусы Илфат та шундай сифаттарға эйә.

Битарафлыҡ көсәйгән заманда йәшәһәк тә беҙҙең халыҡ киң күңелле, изге йәнле, ярҙамсыл булып ҡала килә. Сит-яттарҙың хәсрәтенә вайымһыҙ ҡалмау, иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу – күркәм сифаттар. Бөгөн Баймаҡ районы башлығы Ф.Ғ.Әминев ҡулынан миҙал алыусы Илфат та шундай сифаттарға эйә.
--Бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының "Батырлыҡ өсөн" миҙалын Сәлихов Илфат Самат улына тапшырҙым. Ул Кожзавод ауылынан, "Нижнесортымскнефть" предприятияһында газ һәм нефть табыу операторы булып эшләй. 2019 йылдың йәйендә Талҡаҫ күле буйында Илфат һыуҙа батып барған 19 йәшлек егеткә беренсе ярҙам күрһәтеп ҡотҡарған.
Илфатты ауылдаштары ыңғай яҡтан ғына баһалайҙар: ул эшһөйәр, яуаплы, изге күңелле, ижтимағи һәм мәҙәни тормошта әүҙем ҡатнаша. Ошондай батырлыҡ башҡаларға өлгө булыр тип ышанам, - тип яҙа район башлығы Ф.Ғ.Әминев “Бәйләнештә” селтәрендә.