Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Ғинуар 2021, 02:00

КҮРКӘМ ҒАИЛӘ—ИЛ БИҘӘГЕ

Баймаҡ районының күрше ятҡан Сыңғыҙ һәм Таулыҡай ауылдарында буй еткергән Вәлимә менән Илшат Баййегетовтарҙың ғаилә ҡороуына быйыл 14 йыл тула.

Баймаҡ районының күрше ятҡан Сыңғыҙ һәм Таулыҡай ауылдарында буй еткергән Вәлимә менән Илшат Баййегетовтарҙың ғаилә ҡороуына быйыл 14 йыл тула.
Әле улар Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәй. Йорт хужаһы, ғаиләнең терәге, таянысы булған Илшат һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы. Ул Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡыта, юғары категорияға эйә. Ә өй йәме, ҡото, нуры булған Вәлимә Арҡайым ҡасабаһындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған берҙәм, эшһөйәр Баййегетовтар өс ул үҫтерә. Илназ менән Динис аталары эшләгән башҡорт лицейында белем алһа, бәләкәстәре Илмир балалар баҡсаһына йөрөй. Татыу ғаилә ҡалала үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмай. Күптән түгел Сибайҙа үткәрелгән «Fаилә—илһам сығанағы» конкурсында улар 1-се урын яуланы.
Тайфур Сәғитов яҙыуынса, ғаилә гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап-ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә. Баййегетовтар ҡорған ғаиләнең күкрәп сәскә атыуын теләйбеҙ. Киләсәктә уңыш, бәхет юлдаш булһын!
Читайте нас