Башҡорт теле көнө айҡанлы Хәйбулла районының үҙәк район китапханаһында Zoom платформаһы аша яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова менән «Нурлы әҙәбиәт илендә» исемле әҙәби осрашыу кисәһе ойошторолдо. Осрашыуҙа китапхана һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты.
Фәрзәнә Аҡбулатова районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле, бай тарихлы, милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәр, быуындар бәйләнеше һаҡланып килгән Үрнәк ауылында донъяға килгән. Тыуған еренең тылсымлы тәбиғәтенән илһам алып ижади үрҙәр яулай хөрмәтле яҡташыбыҙ.
Әҙәби осрашыу Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың күркәм юбилейына һәм уның яңы донъя күргән «Харис+Кирамат донъя» тип аталған романына арналды. Ошондай уңышлы саралары менән әҙибәне үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова ҡайнар ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы менән әҙәбиәт һөйөүселәр араһында яҙыусының үҫмерҙәр өсөн яҙылған «Харис+Кирамат донъя» романы буйынса бик ҡыҙыу әңгәмә, йәнле фекер алышыу үтте.
«Беҙҙең фольклор иҫ киткес бай, ундай хазина күп халыҡтарға тәтемәй ҙә. Романды яҙған ваҡытта үлемһеҙ эпос-әкиәттәребеҙҙең персонаждарын ҡулландым. Улар бөгөнгө заманда беҙҙең менән ҡуша йәшәй. Шуға роман йәнле, мажаралы һәм ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Уҡыусыларымды иҫ киткес мауыҡтырғыс донъя көтә, улар төп герой Харис менән тылсымгирҙәр илендә рәхәтләнеп йөҙөрҙәр, төрлө сәйер мажараларға тарырҙар. Үҙ сиратымда, уҡыусыларҙан китап тураһындағы фекерҙәрен көтәм. Бәлки, улар романдың дауамын яҙырға ярҙам итер», - тип китабына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы. 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Дилбәр Абрар ҡыҙы Искужина 6-сы класс уҡыусылары менән осрашыуҙа бик әүҙем ҡатнашып, яҙыусыға роман буйынса тыуған һорауҙарын бирҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны, Мәрфүға Хужахмәт ҡыҙы Азаматова романға юғары баһа ҡуйҙы: «Роман башҡорт халҡының һәр хазинаһын үҙ эсенә алған, фольклор, тарих сығанаҡтары ла оҫта ҡулланылған. Ғөмүмән, китап буйынса фильм төшөрөлһә бик шәп булыр ине». Аҡъяр ауылы «Ағинәйҙәр» берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева, мәғариф хеҙмәте ветераны Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы Моталовалар ҙа үҙ фекерҙәрен әйтеп, районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары алдына бурыс ҡуйҙылар: «Роман бик сағыу, бай телдә яҙылған. Үҫмерҙәр әҫәрҙе етерлек кимәлдә аңлаһын өсөн уҡытыусыларҙың ярҙамы кәрәк буласаҡ, шуға күрә уны бергәләп уҡып, әҙәби уҡыуҙар, әңгәмәләр ойоштороға ине».
Әлбиттә, Zoom платформаһы аша үткәрелгән осрашыу күҙмә-күҙ, йәнле осрашыуға етмәй, шулай ҙа талантлы яҡташыбыҙ, оло йөрәкле, сикһеҙ аҡыллы яҙыусыбыҙ Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова менән онлайн форматта ихлас аралашыу һәр беребеҙгә рухи байлыҡ, күңел һиллеге бирҙе. Әҙибәнең «Харис+Кирамат донъя» романы һис шикһеҙ берҙәй үҫмер һәм өлкәндәр араһында ла үҙ уҡыусыһын табыр, тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙе яҡларҙай көс, дарман бирер тигән теләктә ҡалабыҙ.
Лира Такалова, Хәйбулла районы үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.