Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Август 2020, 22:40

Умартасы ҡулынан бал тама

Һүрәттә ҡортсолоҡ һәм ҡошсолоҡ тармағында эш башлаған йәш эшҡыуар Салауат Илембәтов. Ул Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәй. Эшҡыуар күптән түгел “Агростартап” программаһы буйынса ҡортсолоҡто үҫтереү йүнәлешендә 567 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Салауат Камил улы был ярҙамды умарталарын ишәйтергә, яңы тоҡомло ҡорттар һатып алыуға тотонорға ниәтләй.

Һүрәттә ҡортсолоҡ һәм ҡошсолоҡ тармағында эш башлаған йәш эшҡыуар Салауат Илембәтов. Ул Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәй. Эшҡыуар күптән түгел “Агростартап” программаһы буйынса ҡортсолоҡто үҫтереү йүнәлешендә 567 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Салауат Камил улы был ярҙамды умарталарын ишәйтергә, яңы тоҡомло ҡорттар һатып алыуға тотонорға ниәтләй. Әле ҡортсоның 40-ҡа яҡын умартаһы бар, быйылғы ҡоролоҡ сәбәпле, әлегә улар йорт янындағы баҡсала ултыра.
—Быйыл нисек тә бар күстәрҙе һаҡлап ҡалыу инде. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, урмандар япраҡһыҙ ҡалды, йүкә хатта сәскә атып та өлгөрмәне, ҡарышлауыҡтар уны юҡ итергә өлгөрҙө. Беҙҙең ауыл умартасыларының төп бренды йүкә балы ине. Быйыл бал насарыраҡ булыр, ана бит бал ҡорттары тулыһынса эшләй алмағас, гөж килә, “болара”,—ти ҡортсо.
Салауат Камил улының ҡартатаһы Нә-ғимйән ҡарт ауылда иң күп умарта тотҡан бик абруйлы ҡортсоларҙың береһе була. Ул вафат булғас, уның кәсебен улы Алмас Илембәтов дауам итә. Ағаһына ярҙамлашып, Салауат. был кәсепкә ныҡлап тотоноп китә лә инде. Фатима ҡартәсәһе менән Нәғимйән ҡартатаһы ейәненә инселәп күс тә ултырта, әммә ул үлә.
Салауат Илембәтов үҙе яңынан умарта ултырта, бал ҡорттары һатып ала һәм ҡортсолоҡ буйынса маҡсатлы эш алып бара. Быйыл йылдың бер аҙ “балһыҙ” булыуына ла бошонмай. Нисек кенә булмаһын, табыш алырына өмөт итә.
Умартасы ҡулынан бал тамыуына шик юҡ.