Тигеҙ, һау-сәләмәт, ап-аҡ тешле булыу тураһында кем генә хыялланмай икән! Ләкин күп осраҡта хыялдар ысынбарлыҡтан алыҫ тора, сөнки күптәребеҙ теш табибына ваҡытында мөрәжәғәт итмәй, уның боҙолоуына юл ҡуйып, ахыр сиктә ауыртыуына түҙә алмай поликлиникаға килергә мәжбүр. Ысынлап та, тип-тигеҙ ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп йылмайған кеше тирә-йүндәгеләрҙә һоҡланыу уята.
Сибайҙа шәхси стоматология клиникалары байтаҡ, унда тештәрҙе яматырға ла, һурҙырырға ла, профессиональ таҙартыу, үҫтереү кеүек процедуралар эшләтергә лә була. Әммә күптәр ҡала теш дауалау поликлиникаһында оҙаҡ йылдар эшләгән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, I категориялы табип-терапевт Рәүеф Үтәшевҡа барыуҙы хуп күрә. “Ҡулдары алтын, эште ҙур оҫталыҡ менән, күңел йылыһын һалып башҡара”,—тиҙәр уның хаҡында. Электрон сират буйынса теш табибына иң күп яҙылыусылар ҙа тап Рәүеф Әбүбәкер улына икән. Уны дауаланыуға килеүселәр ҙә, коллегалары ла иғтибарлылығы, тәжрибәһе өсөн хөрмәт итә.
Рәүеф Үтәшев Йылайыр районының Исҡужа ауылында донъяға килгән. 1973 йылда Юлдыбай урта мәктәбен тамамлап, совхозда бер аҙ эшләгәс, әрме хеҙмәтенә алына. Хәрби хеҙмәттә сынығыу алған Рәүеф Әбүбәкер улы тыуған яҡтарына ҡайтып юғары белем алыу хаҡында хыяллана. Туғандарының кәңәше буйынса документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшыра. Һынауҙы уңышлы үтә, студент булыу бәхетенә ирешә. Артабан әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр, дәрестәргә әҙерләнеү, имтихандар тапшырыу... Барыһы ла артта ҡала, стоматолог һөнәрен үҙләштереп, йүнәлтмә буйынса тыуған яғына—Йылайыр район дауаханаһына эшкә ҡайта.
—Мәшәҡәтле, сабырлыҡ талап иткән эш булһа ла, һөнәрем оҡшай. Тап ошо шөғөлдө һайлағанға бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы. Бөгөн ул—халыҡ тарафынан ҙур һорау менән ҡулланылғандарҙың береһе, тип әйтһәм дә яңылышмаҫмын. Кешеләге бөтөн төр хроник инфекцияларҙың башланғысы теш ауырыуҙарына бәйле. Был хатта үлем осраҡтарына ла килтереүе ихтимал. Тештәребеҙҙе таҙартып, тәрбиәләп йөрөй белмәйбеҙ икән, улар беҙҙән ауырыу яһаясаҡ,—ти Рәүеф Әбүбәкер улы.
Студент йылдарында уҡ буласаҡ табип Салауат районы ҡыҙы Рүзидә Рәсүл ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Бер-бер артлы сәскәләй өс ҡыҙ донъяға килә. Артабан улар Юлдыбай ауылында төпләнә. Бәхетле ғаиләне тағы ла шатландырып,улдары Азамат тыуа. Балалары бер аҙ үҫә төшкәс, уларға юғары белем биреү, төрлө яҡтан үҫтереү ниәтендә 1997 йылда Үтәшевтар Сибай ҡалаһына күсеп килә. Тәжрибәле табиптың даны алдан йөрөй тигәндәй, теш дауалау поликлиникаһында шунда уҡ урын табыла.
–Бөгөн тештәрҙе дауалау алымдары ғәйәт күп, яңы технологиялар ярҙамында сифатлы материалдар менән күптәргә ҡайтанан йылмайыу бүләк итерлек ҙур мөмкинлектәргә эйәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта цементлы пломбалар менән бер рәттән яҡтылыҡ ярҙамында нығытыла торған, биологик һәләте һәм ныҡлығы менән ысын тешкә оҡшаш материалдар ҡулланыла. Шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыу ысулдарынан заманса препарат—анестетиктар бар. Әгәр кеше элегерәк тешен дауаларға килгәндә бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо кисерһә, хәҙер ауыртыуҙы ла тоймай, “рәхәтләнеп” ямата, һурҙырта, үҫтерә, ағарта һәм таҙарта ала. Әммә һәр кем ябай ғына бер хәҡиҡәтте иҫенән сығармаһын ине: йылына ике тапҡыр тикшерелеп тороуҙы ғәҙәткә индереү зарур,–тип кәңәштәре менән уртаҡлашты Рәүеф Үтәшев.
Хеҙмәт һөйгәнде бәхет ташламай. Балаларының барыһы ла ҡасандыр үҙе хыял иткән юридик белемгә эйә булған. Ике ҡыҙҙары, улдары Азамат полиция өлкәһендә эшләһә, бер ҡыҙҙары Гүзәл үҙенең шәхси эшен асҡан. Ике ейәнсәр, өс ейән һөйөп, һөйөклө ҡатынының, ғәзиз балаларының оло хөрмәтенә һәм ихтирамына лайыҡ ул. Үҙ ҡулдары менән йорт төҙөй, баҡса үҫтерә. Буш ваҡытында ҡулына гармунын алһа, уға үҙенең моңло тауышы менән Рүзидә Рәсүл ҡыҙы ла ҡушыла...