Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Июль 2020, 21:05

ЭШТӘРЕ ЮҒАРЫ БАҺАЛАНДЫ

Башҡортостандың дүрт табибына "Ҡарасай-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы" исеме бирелде.Юғары награданы яҡташтарыбыҙ Руслан Ғүмәров, Салауат Өмөтбаев, Евгений Кустов, Константин Золотухин Ҡарасай-Черкес Республикаһы Башлығы Рәшиҙә Темрезова ҡулынан алды.

Башҡортостандың дүрт табибына "Ҡарасай-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы" исеме бирелде.
Юғары награданы яҡташтарыбыҙ Руслан Ғүмәров, Салауат Өмөтбаев, Евгений Кустов, Константин Золотухин Ҡарасай-Черкес Республикаһы Башлығы Рәшиҙә Темрезова ҡулынан алды.
Өфөнән 17 табиптан торған бригада Ҡарасай-Черкес Республикаһына коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы пациенттарҙы дауалауға ярҙамға ебәрелгәйне. Өс аҙна дауамында яҡташтарыбыҙ ҡурҡыныс вирусҡа ҡаршы көрәштә коллегаларына булышлыҡ итә.
Өмөтбаев Салауат Вилсам улы 2011 йыл БДМУ тамамлаған, ошо уҡ уҡыу йортоноң клиникаһында 2009 йылдың апреленән табип-невролог булып эшләй.
Ғүмәров Руслан Мансур улы БДМУ клиникаһының табип-терапевты, статистика бүлеге мөдире. БДМУ-ны 2003 йылда тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2003 йылда Красноусольск үҙәк район дауаханаһында башлаған. 2012 йылдан БДМУ клиникаһында эшләй. 6 бала атаһы ла ул.