Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Июнь 2020, 20:05

АУЫЛЫБЫҘ УҘАМАНЫ

Теремек, сос, һәр кемгә үрнәк уҙаман әле лә сафта, ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһына, йәйәү ауыл урамын көн һайын йөрөп сыға, балаларына барып ярҙам итә, ауылдаштарының хәлдәрен белешә, кәңәштәр бирә, шелтәләп тә ала.

Баймаҡ районы Әхмәр ауылының иң оло кешеһе, хеҙмәт ветераны Ҡадыров Мәжит Әғзәм улы 1929 йылдың 8 авгусында тыуған. Уның хеҙмәт юлы 1943 йылдың авгусында башланып 1994 йылға тиклем дауам итә, йәғни ғүмеренең 50 йылы хеҙмәткә бағышланған. Әле лә 90 йәшлек уҙаман тик ултырмай, гел генә хәрәкәттә булыуы менән һәммәбеҙгә өлгө булып тора.
Мәжит Әғзәм улы 1943 йылдан 1945 йылға тиклем хеҙмәт армияһында—урман ҡырҡыу эшендә була. 1957 йылға ҡәҙәр төрлө эштәрҙә: колхозда хисапсы, ауыл советенда секретарь, район финанс бүлексәһендә һалым агенты булып эшләгән.
—Элек ауыл ерендә йәшәгәндәргә паспорт бирелмәне, хеҙмәт кенәгәһе булманы, шуға күрә минең хеҙмәт кенәгәмдә «Общий трудовой стаж составляет 13 лет 6 месяцев» тип яҙылған, шуға күрә минең ошо осорҙа кем булып эшләүем айырым күрһәтелмәгән,—ти ул.
1957 йылдың апрель айынан 1994 йылға тиклем баш бухгалтер, өлкән бухгалтер булып эшләй, һарыҡсылыҡ комплексын етәкләй.
Мәжит Әғзәм улы күкрәген байтаҡ ҡына миҙалдар биҙәй: «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн»... Бынан тыш, Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылдарында хөрмәт күрһәтелде: юбилей миҙалдары тапшырылды. Маҡтау ҡағыҙҙарының, почет грамоталарының да иҫәбе юҡ. Район хакимиәтенән, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан, район ауыл хужалығы профсоюзынан, совхоз дирекцияһы һәм профсоюзынан грамоталар алып ҡыуанған ул.
Мәжит Әғзәм улы Ҡадыровтың күп йылдар КПСС-тың тәүге партия ойошмаһы секретары, район партия ойошмаһының ревизия комиссияһы ағзаһы итеп һайланыуы мәғлүм. Ниндәй генә бурыс йөкмәтелһә лә ул уларҙы намыҫ менән башҡарҙы.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем булды аҡһаҡалыбыҙ: иҡтисади уҡыуҙар пропагандисы, халыҡ суды заседателе, профсоюз комитете урынбаҫары, бүлексәнең ветерандар советы рәйесе.
Олоғайғас та тик ултырманы ул, мәсет төҙөтөүгә күп көс һалды, зыярат кәртәләтеүҙе ойошторҙо. Теремек, сос, һәр кемгә үрнәк уҙаман әле лә сафта, ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһына, йәйәү ауыл урамын көн һайын йөрөп сыға, балаларына барып ярҙам итә, ауылдаштарының хәлдәрен белешә, кәңәштәр бирә, шелтәләп тә ала. Ауылыбыҙҙа шундай уҙаман булыуға беҙ бик шатбыҙ. Әйткәндәй, ул үҙенең 90 йәшлек юбилейына ил Президенты В.В.Путиндан, республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтан ҡотлау алып ҡыуанды, уларҙың изге теләктәренә һөйөндө. Абруйлы ауылдашыбыҙға беҙ ҙә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Земфира Кәримова.
Читайте нас: