АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Апрель 2020, 11:55

РУХ НЫҠЛЫҒЫ АЛҒА ӘЙҘӘЙ

...Мәктәпте тамамлаған саҡта егет тағы ла аптырауға ҡала: бейеүсе булыр өсөн юлдар асыҡ, ә күңел түрендә йөрөгән хәрби булыу теләге лә бар бит әле. Әммә сәнғәткә һөйөүе көслөрәк булып сыға.

—Сәхнәлә ыласындай талпынып, тамашасыны киң далалай бейеү даръяһына осороп алып китерлек бейеүҙәрҙе яратмаған кеше юҡтыр ул,—ти Баймаҡ ҡалаһында уңышлы эшләп килгән “Саптар” өлгөлө хореография ансамбленең етәксеһе Р.Ш.Бакиров.
Оҫта бейеүсе, талантлы педагог Радик Шамил улы сығышы менән Күгәрсен районы Моҡас ауылынан. Уға бер йәш тулғас, ата-әсәһе Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа йырларға яратҡан Радиктың тәүге уҡытыусыһы Гөлсинә Баязитова малайҙың бөтөнләй икенсе талантын асып ебәрә. Уҡыусыларға коллектив бейеү һалғанда уны солист итеп ҡуя йәки дуэт бейеүҙәрҙә бейетә. Бейеү сәнғәте еңел бирелгәнгә күрә, әсәһе Радикты район мәҙәниәт йортонда эшләгән «Ләйсән» өлгөлө балалар бейеү ансамбленә алып килә. Уның етәксеһе Луиза Яхина талантлы йәш бейеүсене ҡыуанып ҡабул итә. Заманса, эстрада бейеүҙәрен бик оҫта башҡарған үҫмер башҡорт халыҡ бейеүҙәренә тартыла башлай һәм Динислам Исҡужин етәкселегендәге «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә күсә. Был йылдарҙа күп кенә республикала уҙға-рылған конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып ансамбль менән еңеүҙәр яулауға өлгәшә. Сираттағы бер конкурста Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле балетмейстеры Рим Әбделмәнов егеткә киләсәктә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә килеүен һорай. Был Радиктың йөрәгенә тағы ла дәрт өҫтәй.
Мәктәпте тамамлаған саҡта егет тағы ла аптырауға ҡала: бейеүсе булыр өсөн юлдар асыҡ, ә күңел түрендә йөрөгән хәрби булыу теләге лә бар бит әле. Әммә сәнғәткә һөйөүе көслөрәк булып сыға.
Шулай итеп, Радик Бакиров Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының хореография бүлегенә уҡырға инә. Билдәле балетмейстер Рим Әбделмәновтың үҙҙәренең бейеү ансамбленә саҡырыуы егетте туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләргә мәжбүр итә.
Уҡыу йортон тамамлағас, егет йүнәлтмә буйынса Борай районына эшкә ебәрелә. Шулай итеп, борма-борма юлдар аша Радик Бакиров Баймаҡ районына ҡайтып төпләнә.
Һүҙ башында уның “Саптар” хореография бейеү ансамблен етәкләүен әйткәйнек. Әйҙәгеҙ, ансамбль эшмәкәрлегенә ентекләберәк туҡталайыҡ. Был хаҡта Радик Шамил улы үҙе һөйләй:
—2013 йылда Баймаҡҡа ҡайттым. Халыҡ ижады үҙәгендә художество етәксеһе булып эшкә тотондом, артабан директор вазифаһы йөкмәтелде. Эш нисек кенә күп булмаһын, «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе булараҡ балалар өсөн әҙерлек төркөмө асып ебәрҙем. 2014 йылда өлкәндәр һәм балалар төркөмдәре менән «Байыҡ» конкурстарында ҡатнашып, ике төркөм менән дә Гран-приға лайыҡ булдыҡ. Әммә был уңыштарым күңелемә тыныслыҡ килтермәне. Күңел түрендә йөрөгән күптәнге хыялым—балалар өсөн үҙемдең бейеү студияһын асыу тынғылыҡ бирмәй ине. Уның исеме лә башымда сыҡманы, эстән генә уны «Саптар» тип йөрөттөм. Күңелемдә яңы ансамбль асырға көс-дәрт ташып тора, ә эште нимәнән башларға белмәй ыҙаланам. Хоҙай ярҙам иткәндер инде: тап ошо ваҡытта Татарстан Республикаһының Йәлил ҡалаһындағы ижадташ дуҫым Илнар Шакиров мине үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Унда балалар өсөн бейеү студияһы эшен башлап ҡына тора ине. Мин унда күп тәжрибә тупланым. Ярты йылдан Баймаҡҡа ҡайтып «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә «Саптар» исемле хореграфия студияһы асып ебәрҙем. Уҡыусыларымдың һәр береһе талантлы, тырыш. 2016 йылда Туапсе ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара хореграфия сәнғәте фестивалендә ҡатнашып, Гран-при яуланыҡ. 2017 йылда Мәскәүҙә бөтә Рәсәй Хореография конкурсында 2-се урынға сыҡтыҡ. 2018 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған “Бейеү ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй хореография конкурсының «ансамбль» һәм «соло» номинацияларында 1-се дәрәжәле лауреат исеме, ә “Бейеү ассамблеяһы” фестивалендә Гран-при яуланыҡ. Шул уҡ йылда Сочи ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурсында 1-се урын алыуға өлгәштек. 2019 йылда Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара конкурста еңеүебеҙ, Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Рәсәй бейеүҙәре конкурсында ла 1-се урын яулауыбыҙ быларҙың барыһы ла балаларҙың тырышлығы тураһында һөйләй.
Бөгөнгө көндә 4 йәштән алып 15 йәшкәсә 250 бала 8 төркөмгә бүленеп йөрөй. Бында Баймаҡ ҡалаһынан ғына түгел, ауылдарҙан, Сибай ҡалаһынан балалар шөғөлләнә. Уларҙың ата-әсәләренә рәхмәтлемен,—ти Радик Шамил улы.
«Бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған, күҙҙең яуын алып торған костюмдарҙың образын кем уйлай, уларҙы ҡайҙа тектереп алаһығыҙ»,—тигән һорауыма, ул былай тип яуап бирҙе:
—Тәүге йылда һәр бейеүгә кейемдәрҙе ситтә тектерҙек, бында ата-әсәләрҙең ярҙамы ҙур булды. Уларҙың кеҫәһенә лә ныҡ ҡына һуҡҡанын күргәс, кейем цехын асырға кәрәклеген аңланым. Бында физкультура-һауыҡтырыу үҙәге директоры Илшат Хәмитовтың ярҙамы тос булды. Бөгөнгө көндә цехта бер дизайнер, бесеүсе һәм ике тегенсе эшләй. Бергәләшеп ҡуйылаһы бейеүгә образ барлыҡҡа килтерәбеҙ. Костюм тегеү эше шунан һуң ғына башлана. Тырыш хеҙмәткәрҙәр икенсе ансамблдәргә лә кейемдәр тегеп бирә.
Радик Шамил улы үҙенең уҡыусылары менән ихлас ғорурлана. Улар буй етеп ниндәй генә уҡыу йортона уҡырға инмәһен, бейеүҙе ташламай. Хатта ҡайһы берҙәре үҙҙәре ошо тәңгәлдә түңәрәк асып, коллектив туплап, бынамын тигән педагог булып киткән икән.
Р.Ш.Бакировтан киләсәккә пландарын да һораштыҡ. Яҡты, изге хыялдар менән йәшәй ул.
—Пландар күп, шуларҙың береһе—профессиональ педагогтар йәлеп итеү. Был, әлбиттә, һәйбәт эш хаҡы менән яңы эш урыны булдырыу яғынан да бик отошло. Үҙебеҙҙең тегеү оҫтаханаһын киңәйтеү эшен башларға торабыҙ. Ә шулай ҙа иң ҙур хыялым – Сибай ҡалаһында “Саптар” хореография бейеү ансамбленең филиалын асыу,—ти Радик Шамил улы Бакиров.
Ә беҙ бейеү сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡ йәш етәксегә бары тик уңыштар теләйбеҙ.
Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас: