Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Апрель 2020, 16:30

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Үҙаллы изоляция режимы мәлендә Сибай ҡалаһында ирекмәндәрҙең бер нисә штабы эшләй. Оло йәштәге яңғыҙҙарға, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә төрлө ярҙам күрһәтеү—магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алыу, дарыуҙар ташыу, коммуналь-торлаҡ өсөн түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр рәтендә йәштәр етерлек.

Үҙаллы изоляция режимы мәлендә Сибай ҡалаһында ирекмәндәрҙең бер нисә штабы эшләй. Оло йәштәге яңғыҙҙарға, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә төрлө ярҙам күрһәтеү—магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алыу, дарыуҙар ташыу, коммуналь-торлаҡ өсөн түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр рәтендә йәштәр етерлек. Улар араһында ирекмәндәр хәрәкәтенә ғаилә менән ҡушылыусылар ҙа байтаҡ.
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ирекмәндәре лә изге эштән ситтә ҡалмай. Бөгөн 21 кешенән торған төркөм оло йәштәге кешеләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Задание буйынса улар башта ололар менән телефондан шылтыратып һөйләшә, хәлдәрен белешә, нимәгә ҡытлыҡ кисереүҙәрен һораша. Шунан кәрәкле әйберҙәрен өйҙәренә илтеп ҡуя.
Кем дә кем ирекмәндәр ярҙамына мохтаж, ирекмәндәр шатабының “Ҡыҙыу бәйләнеш”енең 8-987-493-27-54, 8-987-493-27-50 телефондарына шылтырата ала. Эш ваҡыты: 10.00-20.00 сәғәттәр.