Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Февраль 2020, 04:10

Телде ҡуллана бел

Күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Ғаиләнән, минән, һинән, -тип әйтһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ!

Күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Ғаиләнән, минән, һинән, -тип әйтһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ!
Сибай ҡалаһы музейы һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә бик матур, йәнле интерактив форматта дискуссия майҙансығы эшләне. 5 спикер ҙа һынатманы, бәхәсле һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, төплө яуаптар бирҙе. Студенттар ҙа тырышты, үҙ ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, уңыштары менән уртаҡлашты.
Әммә, билдәле ғалимыбыҙ Сәфәрғәли Искәндәр улы биргән викторина һорауҙарына яуап әйтә алманы. Тимәк, һүҙ байлығыбыҙ кәмей бара...
Уразбахтиндар ғаиләһе бөтөнләй телевизорһыҙ йәшәй: мәғлүмәти сүп-сарҙан бик яҡшы сара был ысул.
8-се мәктәп директоры Иҙел Әхәт улы Асмандиров та халҡыбыҙ аҡсалы, бай булһа, рухи ҡиммәттәр һәм башҡаһын да булдырыр, һаҡлап, ҡурсалап алыр ине, тигән фекерҙә.
3 бала әсәһе Лилиә Әҙелбаева, эштән буш ваҡытта, башҡорт уйынсыҡтарын-ҡурсаҡтар эшләй.
Таһир Вилюр улы һәм Морат Мөхтәр улы балалары менән өйҙә саф башҡортса һөйләшә. Ә Виктор Тюрин башҡортса йырҙар йырларға ярата.
Сарала 5 спикер ихлас ҡатнашты: Сәфәрғәле Йәнтурин, Таһир Мәүлетов, Лилиә Әҙелбаева, Айбулат Уразбахтин, Морат Малабаев. БДУ-ның Сибай институты, педагогик, медицина, сәнғәт, күп тармаҡлы профессиональ, төҙөлөш һәм сервис колледждары студенттарына ла һорауҙар булды, улар фекерҙәрен еткерә алды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт драма театры артистары ҡатнашлығында төшөрөлгән ролик та, Сибай халҡынан һорауҙарға яуап алыу ҙа, ҡалабыҙҙа билдәле булған Виктор Николай улы Тюриндан да килгән башҡорт телендә ихлас сәләмдәр залда ултырыусыларға ныҡ тәъҫир итте.
Мансур Зиннәт улы манҡортлоҡ тураһында шиғырын уҡып үтте,Таһир Вилюр улы - ҡурайҙа, Лилиә Әлфир ҡыҙы - "Бөрйән ҡыҙҙарын" бейеп, Йәнтуриндар ғаиләһе ҡурай тартып, "Төйәләҫ" башҡорт халыҡ йырын башҡарып, йәнле ял, музыкаль минуттарын бүләк итте.
Мансур Зиннәт улының шиғырының исеме "Тел-мөғжизә" интерактив майҙансыҡтын темаһы менән дә ауаздаш булыуы менән алдырҙы.