Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Февраль 2020, 13:00

Бер быуатлыҡ ғүмер

Йөҙйәшәрҙең оло ғүмере йәйғорҙоң ете төҫөндәй төрлө ептәрҙән туҡылған: шуға ла ул тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтарға сынығып, әле лә төҫ ташламай, бәхетле ҡартлығын кисерә...

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Кәримә Әлибаева 100 йәшен тултырҙы!
Төбәктең иң оло ағинәйе, тыл ветераны Кәримә Әлибаева үҙенең бер быуатлыҡ ғүмер байрамын үҙ зиһенендә ҡаршы ала. Әле ул ҡыҙы Миңъямал менән бергә йәшәй.
Йөҙйәшәрҙең оло ғүмере йәйғорҙоң ете төҫөндәй төрлө ептәрҙән туҡылған: шуға ла ул тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтарға сынығып, әле лә төҫ ташламай, бәхетле ҡартлығын кисерә.
Йылайыр районының Һултантимер ауылында донъяға килеп, артабан Хәй-булла районы Түш ауылында йәшәй. Бала сағы ауыр эш, аслыҡ, яланғаслыҡ булған осорға тура килеү сәбәпле, зирәк ҡыҙға уҡыу бәхете эләкмәй. Бәләкәйҙән колхозда эшләп, быуындарын нығыта, туғандарына ярҙам итә. 1939 йылда Әб-делвәхит Хәйбуллинға кейәүгә сыға, бер йылдан тормоштарын йәмләп ҡыҙҙары донъяға килә. Әммә йәштәрҙең бәхеттәре оҙаҡҡа бармай, тормош иптәше фронтҡа алына һәм 1942 йылда уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” килә.
Йәшләй генә тол ҡалған Кәримә Ямалетдин ҡыҙы нисек кенә ауыр булһа ла, бар түҙемлеген йыйып, яңғыҙ ҡыҙын күҙ ҡараһылай, һөйгәненең төҫө итеп тәрбиәләр-гә тырыша. Илбаҫарҙарға ҡаршы көрәш фронтта ғына түгел, тылда ла киң йәйелдерелә. 1943 йылда Баймаҡ районының Семеновск ауылы янындағы фабрикаға эшкә килә, шахтала ла тир түгә. Бер урында 23 йыл ауыр хеҙмәттә эшләүе сәбәпле, 45 йәштән хаҡлы ялға сығып, Баймаҡ ҡалаһына килеп төпләнә. Был ваҡытта Миңъя-мал ҡыҙы ҡалала уҡый, аҙна һайын әсәһенә ярҙамлашыу өсөн ауылға ҡайта. Шуға күрә ҡыҙына уңайлыраҡ булһын өсөн Кәримә Ямалетдин ҡыҙы район үҙәгендә йәшәүҙе хуп күрә.
—Әсәйемдең бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәнем. Семеновскиҙа йәшәгәндә ауыл ҡатындары өсөн күлдәктәр тегер ине, ҡулынан шәл бәйләме төшмә-не. Шул тиклем таҙа, саф булды. Аш-һыуға оҫта, тегеүгә, бәйләүгә маһир. Минең өсөн әсәйем серҙәш тә, кәңәшсе лә. Балаларымды ҡарашты, бөтә яҡлап ярҙам итте. Әле лә әхирәттәр кеүек йәшәйбеҙ, сәләмәтлеге яҡшы. Ҡыҙым Санкт-Петербург ҡалаһында ғаиләһе менән йәшәй, көн һайын ейәнсәре менән һөйләшә, уның хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып тора,—ти ҡыҙы Миңъямал апай.
Кәримә Әлибаева—тормош иптәшенә ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡлаған, сәләмәт тормош алып барған, ҡыҙы һәм ейәнсәре өсөн терәк һәм яҡлау булған, ололарға үрнәк, йәш быуынға өлгө булып йәшәүсе хөрмәтле тыл ветераны һәм абруйлы ағинәй, бәхетле әсәй һәм һөйөклө өләсәй. Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән Баймаҡ ағинәйен беҙ ҙә юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!
К.Ишбулдина.
Читайте нас: