Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Февраль 2020, 10:50

Гәүһәр туй гөрләне

Арыҫланов Фәрит Йәрмөхәмәт улы 1938 йылдың 5 октябрендә Йәнтештә тыуған. Бала сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килһә лә, ул заман елдәренә ҡаршы торорҙай, зирәк малай булып үҫә. Кәләште ҡырҙан эҙләмәй: Һаҡмар аша ятҡан Йылайыр районының Һабыр ауылынан Мырҙабаева Рима Мырҙағәле ҡыҙын йәр итеп, гәүһәр туйҙарына килеп еткәндәр.

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының мәҙәниәт йортонда Фәрит Йәрмөхәмәт улы һәм Рима Мырҙағәле ҡыҙы Арыҫлановтарҙың гәүһәр туйы үтте. Өлгөлө ғаилә 60 йыл бергә ғүмер итеп, балалар үҫтереп, матур донъя көтә.
Арыҫланов Фәрит Йәрмөхәмәт улы 1938 йылдың 5 октябрендә Йәнтештә тыуған. Бала сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килһә лә, ул заман елдәренә ҡаршы торорҙай, зирәк малай булып үҫә. Кәләште ҡырҙан эҙләмәй: Һаҡмар аша ятҡан Йылайыр районының Һабыр ауылынан Мырҙабаева Рима Мырҙағәле ҡыҙын йәр итеп, гәүһәр туйҙарына килеп еткәндәр.
--“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” оло йәштәге граждандарҙың йәшәү сифатын арттырыу һәм даими ярҙам программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 50,60,70,75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын Республика Башлығы ҡотлай. Арыҫлановтарға ла Р.Ф.Хәбировтың бүләге тапшырылды. Ауыл халҡы исеменән беҙ ҙә ололарҙы ҡотлайбыҙ һәм йәштәргә үрнәк булып, артабан да шулай татыу, имен-һау йәшәүҙәрен теләйбеҙ,--тине ауыл китапханасыһы Рәсих Әхмәтов.
Арыҫлановтарҙың гәүһәр туйҙарына ауыл һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән матур концерт сағыу биҙәк өҫтәне.
#нацпроекты#миллипроекттар