АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Ноябрь 2019, 20:54

ҺИН ЙӘМЛӘЙҺЕҢ, ӘСӘЙ, ӨЙ ТҮРЕН

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ, хеҙмәт ветераны Клара Искәндәр ҡыҙы Хәмитова Ислам динендә Ҡөрьәндән дәлилдәр килтереп, кешеләрҙе тәртипкә, иманға саҡыра. 3 тапҡыр Хаж ғәмәлен үтәү ҙә насип булды уға.

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ Клара Искәндәр ҡыҙы Хәмитова 1939 йылдың 25 октябрендә Баймаҡ районы Дәүләт ауылында Назлин Мөбәрәк ҡыҙы һәм Искәндәр Сафа улы Ғәбитовтарҙың ғаиләһендә 3-сө бала булып доньяға килгән.
Иҫке Сибай ауылы мәктәбендә, Сибай ҡалаһы уҡыу йортонда һөнәри белем алғандан һуң, һатыусы булып эшкә төшә. Иҫке Сибай ауылында һатыусы, пекарня мөдире була. Хеҙмәт ветераны миҙалына эйә әсәйебеҙ 35 йыл сауҙа хеҙмәтенә тоғро ҡалған.
Йәшләй генә Иҫке Сибай ауылы егете Фитрат Нотфулла улы Хәмитовты осратып, 1962 йылда улар өйләнешә. Улар беҙҙе, биш баланы, үҫтереп, матур тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырҙы. Кеше араһында кәм-хур итмәй, яратып, һөйөп кенә үҫтереүҙәре менән бәхетлебеҙ. Ҡыйынлыҡтар булһа ла, улар беҙгә һиҙҙермәне, барыбыҙҙы ғәҙел булырға, алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа өйрәтте.
Донъя гел бәхетле мәлдәрҙән генә тормай шул. 2008 йылда беҙҙе оло ҡайғыға һалып, атайыбыҙ 70 йәшен тултыра ла алмай, баҡыйлыҡҡа күсте.
Аллаға шөкөр, атай-әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Иң өлкәнебеҙ Ришат—рәссам. Ғаиләһе менән шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Киленебеҙ Гөлгөнә менән ике ул үҫтерәләр, Сибай ҡалаһында йәшәйҙәр. Икенсе улдары Ринат—хәрби, подполковник дәрәжәһендә, Октябрьск ҡалаһында төпләнеп, киленебеҙ Рәмилә менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр.
Ҡыҙҙары Резеда әсәһенең юлын һайлап һатыусы булып эшләй. Ире Ильяс менән 2 малай үҫтерә. Ҡыҙы тегенсе һөнәрен үҙләштергән, буш ваҡытта ауылда кешеләргә кейем тегеп ҡыуандыра.
Лилиәбеҙ Иҫке Сибай ауыл моделле китапханаһы хеҙмәткәре. Уның 3 ҡыҙы бар.
Кесе улдары Рафаэль ҡул эштәренә оҫта, Миңһылыу киленебеҙ менән 2 улға ғүмер бүләк иткәндәр. Бөтәбеҙҙең дә ижадҡа һәләтебеҙ бар, һүрәт төшөрөүгә әүәҫбеҙ.
Әсәйебеҙ бер ваҡыттта ла буш ултырмай, уның ҡулдарының алтынлығы эргә-тирәләгеләргә лә мәғлүм. 50 йәшендә иманға килеп, Ислам дине юлына баҫты, 3 тапҡыр Хаж ғәмәлен үтәү ҙә насип булды. Ауылда ул һәр бер өйҙә көтөп алынған ҡунаҡ, аяттар уҡый, халыҡҡа вәғәздәр, нәсихәттәр һөйләй. Ислам динендә Ҡөрьәндән дәлилдәр килтереп кешеләрҙе тәртипкә, иманға саҡыра. Ауылдың “Фәтихә” мәсетенең иң әүҙем диндары.
Бөгөн ул үзенең тирә-яғыңдағы кешеләргә шатлык өләшә, иман нуры сәсә. Олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле һәм игелекле булғанға ауылдаштары араһында ҙур абруй менән ҡаҙана.
Ҡәҙерлебеҙҙе оло юбилейы менән ҡотлап, һәр ваҡыт шулай көслө рухлы, ихлас һәм изге күңелле булып ҡалыуын, барыбыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, күңел тыныслығында оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән—һине йәндәй күргән балаларың.
Читайте нас: