Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Октябрь 2019, 17:27

Миҙал—хеҙмәтенә баһа

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ районы Байыш ауылының "Иҫтәлҽк" халыҡ фольклор ансамблҽ етәксеһе Таштимерова Факиһа Нәбиулла ҡыҙы төбәктең мәҙәни тормошона тос өлөш индергән шәхес. Ул шулай уҡ бер нисә китап авторы ла.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ районы Байыш ауылының "Иҫтәлҽк" халыҡ фольклор ансамблҽ етәксеһе Таштимерова Факиһа Нәбиулла ҡыҙы төбәктең мәҙәни тормошона тос өлөш индергән шәхес. Ул шулай уҡ бер нисә китап авторы ла. Таҡмаҡтар, мөнәжәттәр ижад итә, йырҙар яҙа. Йырҙарының бҽрҽһҽн әлеге көндә билдәле йырсы Бибисара Азаматова башҡара.
Яҡташыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланды: Факиһа Таштимерованың түшенә Баймаҡ халыҡ үҙәге сәхнәһендә "Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы " йәмғиәте генераль директоры Раил Сарбаев "Рҽспубликаның 100 йыллығына" арналған юбилей миҙалын таҡты.
Ҡотлайбыҙ! Артабан да сәнғәткә, мәҙәниәткә тоғро ҡал, ҡәләмеңде ташлама!