Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Октябрь 2019, 21:47

ҺӘР ЭШКӘ МАҺИР

Гөлфиә Мәһәҙи ҡыҙы Теләүсина оҙаҡ йылдар ашнаҡсы булып эшләй. Әммә дәрте ташып торған ҡатындың күңеле гел генә икенсе өлкәгә тарта. Шуға күрә ул, һөнәрен алыштырып, Бөрйән-Йылға ауылы китапханаһында эшләй башлай. Әлеге көндә ул икенсе йыл тыуған ауылы Ишбирҙелә китапханасы. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ауылды мәҙәни һәм әҙәби яҡтан үҫтереү өсөн ярайһы уҡ эш башҡарып өлгөргән. Ауылдаштары уны гел маҡтап ҡына телгә ала.

Гөлфиә Мәһәҙи ҡыҙы һәр бер сараны ҙур теләк менән ойоштора. Ул—оҫта алып барыусы ла, йырға ла маһир.
Китапханасы менән ауылда республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған саралар тураһында һөйләштек.
—Ауылдаштарым бик әүҙем һәм дәртле. Йәштәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла ихласлыҡ күрһәтә, һәр бер башланғысты дәртләнеп күтәреп ала. “Сәскә ат, Башҡортостан!” әҙәби музыкаль кисәһендә лә оло теләк менән ҡатнаштылар. Республикабыҙҙың тыуған көнөнә арналған һүрәттәр һәм шиғырҙар бәйгеһе лә үткәрҙек. “100 йыллыҡҡа—100 изге эш” акцияһына ҡушылып, бөтә ауыл менән тирә-яҡты таҙартып сыҡтыҡ. Бынан тыш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мәсетте йыуып, таҙалап сыҡты,—ти Гөлфиә Мәһәҙи ҡыҙы.
Дәртле ишбирҙеләр Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ла төрлө саралар үткәрә. Гөлфиә Мәһәҙи ҡыҙы уҡыусылар өсөн уның ижадына арналған “Мөғжизәләр яланы” уйынын ойошторған. Балаларҙың “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренән өҙөк сәхнәләштереүе ауылдаштарҙың күңеленә хуш килгән.
—“Мостай иленә сәйәхәт” әҙәби-музыкаль кисәһе лә юғары рух күтәренкелегендә үтте. Кес кенә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шиғри бәйгеләрҙә бик теләп ҡатнашты. Ғөмүмән, беҙҙә халыҡ инәлтергә бер ҙә яратмай,—тип ауылдаштарын йылы һүҙҙәр менән телгә ала китапханасы.
Ысынлап та, ишбирҙеләрҙең дәртлелегенә, берҙәмлегенә һоҡланырға ғына ҡала. Артабан да шундай уҡ ныҡлы рухлы илебеҙҙең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып ҡалыуҙарын теләп ҡалабыҙ.