АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Сентябрь 2019, 20:16

ЙОРТ-ҠУРАҺЫ ГӨЛ БАҠСА

“Атанан күргән—уҡ юнған, әсәнән күргән—тун бескән”... Һәр бала кесе йәшенән ата-әсәһенән күреп, уларҙан эшкә, ниндәйҙер шөғөлгә өйрәнеп, сынығып үҫергә тейеш. Был йәһәттән күп башҡорт ғаиләләрендә күсәгилешлек бөгөнгә ҡәҙәр һаҡланып ҡалған. Баймаҡ районының Иҫке Сибайауылында йәшәүсе Ләлә Илдар ҡыҙы Садыҡова миҫалында ла халҡыбыҙҙың ошо күркәм йолаһы асыҡ төҫмөрләнә.

“Атанан күргән—уҡ юнған, әсәнән күргән—тун бескән”... Һәр бала кесе йәшенән ата-әсәһенән күреп, уларҙан эшкә, ниндәйҙер шөғөлгә өйрәнеп, сынығып үҫергә тейеш. Был йәһәттән күп башҡорт ғаиләләрендә күсәгилешлек бөгөнгә ҡәҙәр һаҡланып ҡалған. Баймаҡ районының Иҫке Сибай
ауылында йәшәүсе Ләлә Илдар ҡыҙы Садыҡова миҫалында ла халҡыбыҙҙың ошо күркәм йолаһы асыҡ төҫмөрләнә.
1958 йылдың авгусында Тамара Ибәтулла ҡыҙы менән Илдар Ниғәмәт улы Насыровтарҙың татыу ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән Ләлә өсөн буласаҡ һөнәре алдан, кесе йәшенән үк, билдәле була. Сөнки әсәһе—ғүмере буйына ауыл мәктәбендә башланғыс кластарҙа белем биргән өлкән уҡытыусы Тамара Ибәтулла ҡыҙының изге эшенә мөкиббән булып, нәҡ уның кеүек уҡытыусы булырға хыялланып үҫә ҡыҙ. Әсәһенең кистәрен дәрес әҙерләргә ултырғанын сабыр ғына көтөп алып, йәһәт кенә уның янына килә һәм әсәһе менән бергә китап-дәфтәрҙәргә текәлә кескәй Ләлә.
1977 йылда Сибай педагогия училищеһын уңышлы тамамлаған йәш кенә ҡыҙ
Баймаҡ районының Урал һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы хеҙмәтенең тәүге сирҡанысын ала. Артабан ул ун йыл дауамында туған мәктәбендә кескәй уҡыусыларҙы белем үрҙәренә әйҙәй, уларҙы уҡырға-яҙырға, донъяны танып белергә өйрәтә, белем иленең мауыҡтырғыс серҙәрен аса.
Ейәнсура районының Күгәрсен ауылы егете менән яҙмышын бәйләй. Йәш ғаиләнең йортон биҙәп, тормоштарына йәм һәм ҡот өҫтәп, алма кеүек ике ҡыҙҙары донъяға килә. Инде ике бала әсәһе булған хужабикә урындағы мәктәптә яратҡан эшен дауам итә.
—Бөтөнләй таныш булмаған, ят мөхит... Әммә һайлаған һөнәремде, уҡыусыларымды яратыуым миңә барыһын да еңергә, ваҡытлыса булған ауырлыҡтарға түҙергә көс һәм дарман бирҙе,—
тип килен булып төшкән ауылдағы кисерештәре менән уртаҡлаша Ләлә Илдар ҡыҙы.—Үҙем белем биргән сабыйҙарҙың ата-әсәләре, мәктәп коллективы һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Ана шулай Күгәрсен мәктәбендә әҙ ҙә түгел, күп тә түгел тотош 21 йыл эшләп ташлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым...
Юғары категорияға эйә булған бай тәжрибәле уҡытыусы ханым өсөн шәхси тәрбиәлелек, сабыр холоҡ, кескәй уҡыусыларҙы ихлас яратыу ише күркәм һыҙаттар хас. Уның башланғыс класс уҡыусылары менән эшләүҙә үҙ алымдары һәм үҙ методикаһы бар. Иң элек балала уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятырға, сабый күңелен аңлай белергә кәрәк, ти ул. Шулай уҡ ата-әсәләр менән тығыҙ
бәйләнештә эшләү, уларҙы бала тәртип боҙғанда ғына түгел, ә даими һәм йышыраҡ мәктәпкә, дәрестәргә саҡырыу ыңғай һөҙөмтәләр биреүенә лә шикләнмәй. Сөнки бындай алымдар балала яуаплылыҡ, яҡшыға ынтылыш, үҙ-үҙенә ышаныс, ата-әсәһенең ғорурлығы булырға теләү өлгөләре тәрбиәләй, өлкәндәр ҙә балаларға ниндәй талаптар ҡуйырға, уның менән нисек мөғәмәлә итергә өйрәнә.
—Хәҙер нимә генә тип әйтмәһендәр, совет осорондағы мәктәп программалары балалар өсөн ҡулайлы һәм отошлораҡ ине,—тип һүҙен дауам итә уҡытыусы-ветеран.—Беҙ балаларҙың аңын, донъяға ҡарашын формалаштырҙыҡ, өйрәткәндәребеҙҙе уҡыусыларҙың нисек тә тулыраҡ үҙләштереүенә өлгәштек. Ә бөгөнгө программалар еңел-елпе формаларҙа, төплө нигеҙһеҙ төҙөлә һәм уҡытыусы күп осраҡта баланың башын файҙаһыҙ, кәрәге булмаған мәғлүмәттәр менән тултыра. Ә бынан кемгә файҙа инде? Берәүгә лә! Берҙәм программаның
булмауы ла хата күренеш...
...2009 йылда, әсәһе Тамара Ибәтулла ҡыҙы вафат булғас, Ләлә Илдар ҡыҙы ике ҡыҙы менән төп йортҡа ҡайтып төпләнә. Хәҙер инде хаҡлы ялда булған педагог бар булмышын, бар белемен йорт эштәренә арнай, ата-әсәһенән ҡалған донъяны тәләфләмәй генә артабан көтөү-
гә бағышлай. Һеңлеләре—ошо уҡ ауылда йәшәгән Дилә менән Себерҙә төпләнгән Әнүзә, ҡусты-һы Ирек өсөн тыуған йорт йылыһын һаҡлаусы ла ул! Әйткәндәй, апалы-һеңлелеләр, әсәләренең
юлын ҡыуып, барыһы ла уҡытыусылар.
Алда әйткәнемсә, Ләлә Илдар ҡыҙы ике ҡыҙына—ике арҡа терәгенә һөйөнөп, уларға таянып йәшәй. Өлкәне Розалиә Башҡорт дәүләт аграр институтының “Технология”, ә Зилиә БДУ-ның Сибай институтында “Иҡтисад” факультетын тамамланы. Әммә, заман шауҡымы менән, бөгөн икеһе лә сауҙа өлкәһендә тир түгә: Розалиә Ямал-Ненец автономиялы округының “Магнит” сауҙа селтәрендә тауар белгесе булһа, Зилиә Сибай ҡалаһындағы “Тундар” магазинында һатыусы-консультант—Иҫке Сибай ауылы егетенә кейәүгә сығып, әсәһенә күрше йәшәй.
Ләлә Илдар ҡыҙының ишек алды үҙе бер әкиәт донъяһы инде! Күҙҙең яуын алыр сағыу сәскәләр, хужабикәнең арыу-талыуһыҙ хәстәрлеген тойоп, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә ҡәҙәр ҡапҡа асып инеүсе һәр кемдең ҡарашын иркәләй. Килешле генә итеп эшләнгән баҡса йыһаздары, урынлы буяуҙар декоратив ансамблгә ниндәйҙер бер айырым төҫ, мәғәнә бирә...
Быларҙан тыш ялан кәртәлә ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар, ем һорап мыҡырҙашҡан һауын кәзәләре, ситлектәрҙә уйнаған йорт ҡуяндары тилбер хужабикәнең башҡа мәшәҡәттәре лә етерлек булыуына ишара. Эш араһында ейәнсәре Тамараны балалар баҡсаһына алып барып, кис барып алырға ла ваҡыт таба хәстәрлекле өләсәй. 4-5 йәшлек кенә ҡыҙсыҡтың, ҡулына лейка алып, эшлекле ҡиәфәт менән үҙе тирәһендә бөтөрөлөүен күреү өләсәй өсөн икеләтә бәхет! Тимәк, ғүмере бушҡа үтмәй—киләсәктә үҙенә лайыҡлы алмаштар тәрбиәләнә!
Мотал Рәмов.
Баймаҡ районы.
Һүрәттә: Ләлә Садыҡова ейәнсәрҙәре менән
үҙ ихатаһында.
Читайте нас: