АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Август 2019, 16:03

МАТУРЛЫҠ ИХЛАСЛЫҠТА САҒЫЛА

Матурлыҡты күрә белеү, уны фотоларҙа үҙенсәлекле итеп сағылдырыу—үҙенә күрә бер талант. Кәрим Мырҙабулатов—шундай талантлы йәштәребеҙҙең береһе.

Матурлыҡты күрә белеү, уны фотоларҙа үҙенсәлекле итеп сағылдырыу—үҙенә күрә бер талант. Кәрим Мырҙабулатов—шундай талантлы йәштәребеҙҙең береһе. Уның менән фото төшөрөү һәм был шөғөлдөң ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Ҡасан фото төшөрөү менән шөғөлләнә башланың?
—Ул башта ябай ҡыҙыҡһыныу ғына ине. Компьютерҙар яңы ғына ныҡлап ҡулланылышҡа инә башлаған ваҡытта компьютер һатып алдым да, төрлө клиптар ҡарай башланым. Шул саҡ видео монтажлау менән ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Үҙемә ябай ғына фотоаппарат һәм монтаж буйынса китап һатып алдым. Баймаҡ районының Ишмырҙа һәм Сәйғәфәр мәктәптәрендә уҡытыу дәүерҙәрендә мәктәптә үткән сараларҙы видеоға төшөрөп, монтажлай инем. Аҙаҡ Зәки Вәлиди исемендәге китапханала, фотоүҙәктә эшләгән саҡта ныҡлап фотошопты үҙләштереү мөмкинлеге тейҙе.
—Фотограф һинеңсә профессиямы, әллә булмышыңа һалынған һәләтме?
—Фотограф булыр өсөн офиста ултырып ҡына эшләп булмай. Ул—ижади эш. Матур итеп төшөрә, яраҡлы урын таба белеү мөһим. Күп осраҡта кешеләр юғалып ҡала. Нисек фотоға төшөргә белмәйҙәр. Ә һин уларҙың эмоцияларын тотоп алырға, улар өсөн образ тыуҙырырға тейешһең. Шуға күрә бөтәһе лә фотограф була алмай. Салондарҙа ултырған кешеләр өсөн—профессия, сөнки унда эмоциялар менән эш итмәйһең. Бөтә нәмә бер төрлө, һәр ваҡыт бер үк нәмәне ҡабатлайһың.
—Фото төшөрөү һинең өсөн сәнғәт төрөмө, әллә аҡса эшләү сараһымы?
—Икеһе лә тип әйтһәм, хата булмаҫ. Яратҡан шөғөлөң һиңә аҡса килтерә икән, бик һәйбәт. Ниндәйҙер заказдар алам икән, бының айырым билдәле хаҡы бар. Үҙемә оҡшаған өсөн, күңелемә ятҡан өсөн дә төшөрәм. Мәҫәлән, ауылда үткән сараларҙы төшөрөп, эшкәртеп төркөмгә ҡуйып барам. Был—күңел талабы. Уның өсөн миңә берәү ҙә аҡса түләмәй. Шулай уҡ тәбиғәт матурлығына битараф ҡала алмайым. Төшөрөп алып һаҡлап ҡуям. Матур фотоларыңды һатыуға ҡуя торған махсус сайттар ҙа бар. Кемдер шуның аша аҡса эшләй.
Мин бының менән артыҡ булышмайым.
—Үҙеңде был өлкәлә профессионал тип иҫәпләйһеңме?
—Мин был өлкәлә сағыштырмаса күптән түгел генә эшләйем. Тәжрибә яйлап туплана. Кемдер махсус рәүештә фото төшөрөү буйынса курстар үтһә, мин барыһына ла интернеттан, китаптарҙан мәғлүмәт йыйып үҙем өйрәндем. Фотографтың эше төймәгә баҫыу менән генә бөтмәй. Аҙаҡ фотоларҙы эшкәртергә лә кәрәк. Эштәрем менән клиенттарым, ғөмүмән, риза. Тимәк, үҙемде профессионал тип иҫәпләргә хаҡым барҙыр, тип уйлайым. Тәнҡит әйтеүселәр ҙә бар, әлбиттә. Унһыҙ ҙа булмай.
—Үҙеңә генә хас стилең бармы?
—Һәр фотографта була инде ул. Һәр кем үҙенсә төшөрә, кәйефте үҙенсә сағылдыра. Минең өсөн иң мөһиме эмоцияларҙы тотоп алыу. Мәҫәлән, кемдеңдер ихлас көлөүен, уйланыуын, бирелеп китеп ниҙер һөйләүен.
—Матур кадрҙар булһын өсөн илһам талап ителәме?
—Ниндәйҙер заказ булһа, үҙеңде алдан әҙерләйһең, көйләйһең. Унда илһам килгәнен көтөп ултырып булмай. Миңә ҡалһа, илһам тигән нәмә видеомонтаж эшләгәндә генә кәрәк.
—Клиенттарҙы нисек табаһың?
—Хәҙерге ваҡытта уларҙы табыу ауыр түгел. Бының өсөн социаль селтәрҙәр бик уңай. Эшләгән эштәреңде һалып барыу ҙа етә. Махсус рәүештә реклама биреп ҡарағаным да булды. Әммә бының артыҡ файҙаһын күрмәнем. “Сарафанлы радио” ла шәп эшләй. Тәүҙә таныштарыңды төшөрәһең. Улар үҙ таныштарына һөйләй. Артабан шулай китә инде.
—Клиенттар менән аңлашылмаусанлыҡтар буламы?
—Булғылай. Алдан уҡ хаҡтарҙы билдәләп, һөйләшеп ҡуйыу мөһим. Ниҙер оҡшамай икән, ул кеше менән эшләмәү хәйерле. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр, ыңғайҙарына булған һайын, нығыраҡ мыжый башлай. Ундайҙар, ғәҙәттә, эште тапшырғас та ниндәйҙер китек ерен мотлаҡ табасаҡ. Эште башлап та, аңлашылмаусанлыҡтар була икән, өҫтәлмә бонустар бирәм.
—Матур фото төшөрөү өсөн яҡшы сифатлы фотоаппараттың булыуы мотлаҡмы икән?
—Минеңсә, уңыштың 50 %-ты фотоаппараттан тора. Әммә уны дөрөҫ итеп көйләмәһәң, матурлыҡты тоя белмәһәң, иң ҡиммәтле аппа-рат эйәһе булған хәлдә лә, яҡшы кадр эшләй алмаясаҡһың. Әлбиттә, теләгәндә ябай ғына камеранан да яҡшы кадрҙар алырға була. Әммә
фото төшөрөү менән профессиональ рәүештә шөғөлләнергә теләйһең икән, сифатлы фотоаппаратың булыуы ла мөһим. Хәҙерге ваҡытта көҙгөлө фотоаппараттар популяр.
—Нимә ул һинең өсөн матурлыҡ?
—Матурлыҡ—ул кешенең ихлас йөҙө, эмоциялары. Тәбиғәттең дә, хатта йорттарҙың да үҙенә күрә матурлығы бар. Уларҙы тотоп ала белеү генә мөһим.