Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Май 2019, 12:13

Изгелектәр мине йәшәтә

Өмөниса Юныс ҡыҙы 1919 йылдың 10 майында Баймаҡ районың 2-се Этҡол ауылында Юныс һәм Рабиға Баймырҙиналарҙың 9-сы балаһы булып донъяға килә. Күп балалы ғаиләлә йәшәүе еңелдән булмай, шунлыҡтан Өмөниса инәйгә 16 йәшенән эш башларға тура килә. (ғаиләлә бөтәһе 11 ҡыҙ һәм 1 малай тәрбиәләнә).

Өмөниса Юныс ҡыҙы 1919 йылдың 10 майында Баймаҡ районың 2-се Этҡол ауылында Юныс һәм Рабиға Баймырҙиналарҙың 9-сы балаһы булып донъяға килә. Күп балалы ғаиләлә йәшәүе еңелдән булмай, шунлыҡтан Өмөниса инәйгә 16 йәшенән эш башларға тура килә. (ғаиләлә бөтәһе 11 ҡыҙ һәм 1 малай тәрбиәләнә).
Өмөниса Юныс ҡыҙын бәләкәйҙән эшкә маһир, изгелекле, игелекле уңған ҡыҙ тип таныйҙар. Әсәһе яҡты донъяларҙы ташлап киткәс, барлыҡ ауырлыҡтар Өмөниса инәйгә төшә. Төрлө һынауҙарға бирешмәй, һеңлеләрен аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һала.
Эштең ауыр-еңелен һайлап тормай барыһына ла риза булып колхозға лайыҡлы хеҙмәт итә (1938-1974). Колхозда бригадир булһынмы ул, складта үлсәүсе, сепорат айыртыусалар етәксеһе һәм башҡа бик күп төрлө эштәрҙе күңелен һалып башҡара.
Тормош юлында Оморҙаҡ Искәнйәр улын осратып 6 балаға ғүмер биреп бәхетле ғүмер итәләр (3 ҡыҙ, 3 малай).
Бөгөнгө көндә Өмөниса инәй 6 балаға һөйөклө әсәй, 13 ейән-ейәнсәргә кәңәшсе өләсәй, 25 бүлә-бүләсәһенә өлгөлө ҡарт өләсәй.
Әлеге көндә Өмөниса Юныс ҡыҙы Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында улы Рамил һәм килендәре Мәрйәм янында ғүмер итә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, радио, телевидение аша Башҡортостан хәбәрҙәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп бара. Балалары, ейән-еәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре, туғандары, ауылдаштары һәр ваҡыт инеп хәлен һорашып, оҙайлы ғүмер юлының серҙәре менән ҡыҙыҡһынып тора. «Аллама мең дә мең шөкөр, изгелегем еңде, балаҡайҙарым. Изгелексән булығыҙ, имандан айырылмағыҙ»,--тигән изге теләктәрен теләп, фатихаһын биреп ҡала. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн күп миҙалдар менән Рәхмәт хаттары, грамоталар менән бүләкләнә.
Бөгөн Өмөниса Юныс ҡыҙы оло юбилейын билдәләй. Уға 100 йәш тулды.
“Быйылғы йыл Башҡортостаныма ла 100 йыл!» тип ҡыуана Өмөниса инәй. Был ҙур масштаблы байрамдан да ситтә ҡалманы Өмөниса Юныс ҡыҙы. Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арнап уҙғарылған ҙур концертты баштан алып аҙағынаса ҡараны. «Бик шәп концерт ҡуйҙылар баймаҡтар, ойоштороусыларына рәхмәт»,--тип ҡыуанып һөйләй.
Өмөниса Юныс ҡыҙын оло юбилей –100 йәше менән ҡотлап, уға һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, аяҙ күк йөҙө, күңел тыныслығы, ауырыу-һыҙланыу белмәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәләре менән шатлыҡта ғына йәшәргә насип итһен.
Әлфиә Вилданова.
Читайте нас: