Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Февраль 2019, 10:16

Етмеш төрлө һөнәрле

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юныс Иштанов ағас тамырынан һауыт-һаба эшләй.

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юныс Иштанов ағас тамырынан һауыт-һаба эшләй.
Йәнтеш ауылының етмеш төрлө һөнәрле уҙаманы бик дәртле кеше. Ҡул ҡаушарып, аптырап ултыра торғандарҙан түгел. Ҡулдары ла оҫта. Ауылда төҙөлгән йорттарҙың күбеһен ул бураған, мейес сығарыу, мал-тыуар тотоу эшендә ла уға етеүсе юҡ. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөл менән мауығып киткән. Һә тигәнсе бәләкәй генә түмәрҙе матур һауытҡа әйләндереү уға бер ни тормай.
—Эшләгән һайын ҡул оҫтара. Күңел һалып башҡарған һауыт-һабаларҙы балаларыма, яҡындарыма бүләк итәм,—Юныс Иштанов, һөнәре тураһында һөйләүебеҙҙе үтенгәс.—Мәктәптә уҡығанда был шөғөлгә ҡыҙыға торғайным. Өлкәнәйгәс, туҡта эшләп ҡарайым әле, тинем.Һауыттарҙы төрлө ағастан эшләргә була. Ҡарағайҙан, имәндән, алмағастан бик матур әйберҙәр килтереп сығарғаным бар. Йүкә лә йомшаҡ ағас, әммә уны биҙәп булмай.
Оҫта һауыттарҙы эшләү өсөн ағастың тамырын йәки ороһон файҙалана. Бер түмәрҙән уртаса ҙурлыҡтағы өс һауыт яһарға була. Юныс Иштанов экологик яҡтан таҙа, ризыҡтарҙы оҙаҡ ваҡыт йылы килеш һаҡлаған әйберҙәрҙән киләсәктә табыш алмаҡсы. Бының өсөн ул үҙенең ихатаһында ҙур булмаған оҫтахана төҙөргә иҫәп тота.
Фәнилә Бәширова.
Читайте нас: