Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ғинуар 2019, 11:51

Ветеран әле лә сафта

Булат Fәлләм улы Фатыхов 42 йыл ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған кеше. Ул Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының тәүге сығарылышы студенты булыуы менән ғорурлана.

Булат Fәлләм улы Фатыхов 42 йыл ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған кеше. Ул Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының тәүге сығарылышы студенты булыуы менән ғорурлана.
Агрономға уҡыған йылдарында тырыш егет комсорг та була, профсоюз комитетында ла эшләй. Һуңғы курсында ул ошо уҡ техникумда белем алыусы Рәйсә Таһироваға өйләнеп, комсомол туйы үткәрә. Ҡулына диплом алған йәш белгестәрҙе «Сибай» совхозының Куйбышев бүлексәһенә эшкә ебәрәләр. Булат Fәлләм улы—агроном, ә ҡатыны Рәйсә Әбделғәзи ҡыҙы зоотехник булып эш башлай. Шулай итеп, Фатыховтарға Кәрешкә ауылында өй бирәләр. Хужалыҡта эшләп бер аҙ тәжрибә туплаған йәш агроном Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында урынлашҡан «Измайловский» колхозына эш-кә юллана. Ҡатыны һәм игеҙәк ҡыҙҙары—Рәсимә һәм Нәсимәне лә үҙе менән күсереп алып китә. Алдынғы хужалыҡта агроном, идарасы булып эшләгән осорҙа сит ил техникаһын үҙләштерә ул.
—Балалар башҡорт телен онота башлағас, кире «Сибай» совхозына эшкә ҡайтырға хәл иттек һәм Йәнйегет ауылына килеп төпләндек. Мине бүлексәгә идарасы итеп тәғәйенләнеләр, ҡатыным Татлыбай ауыл Советына эшкә төштө. Оҙаҡ йылдар совхозда эшләү дәүерендә агроном, директор урынбаҫары, профсоюз комитеты рәйесе вазифаларын башҡарҙым. 1999 йылда хаҡлы йылға сыҡһам да эшләүемде дауам итеп, яңынан склад мөдире, агроном, заправкалаусы, учетчик булып йөрөргә тура килде. Ер эшенән айырылғаным юҡ, сөнки ерҙе еҫкәмәһәм ауырыйым мин. Яҙғыһын машинама ултырам да баҫыу-ҡырҙарҙы иңләргә сығып китәм,—ти Булат ағай.
Булат Fәлләм улы йәмәғәт эшендә лә тынғылыҡ белмәй. 25 йыл дауамында һайлау комиссияһында эшләһә, шуның 7-8 йылын һайлау комиссияһы рәйесе була. Өс йыл ауыл старостаһы эшен алып бара. Әле ауылдың ветерандар Советы рәйесе вазифаһын башҡара. Булат ағайҙың тағы бер ғүмерлек яратҡан шөғөлө бар. Ул да булһа—мандолинала уйнау. Был музыка ҡоралына бала саҡтан ғашиҡ ул. Эшләгән йылдарында районда үткән ижади конкурстарҙа призлы урындар яулаған. Быйыл ул Йәнйегет мәктәбендә мандолина түңәрәге асыуға өлгәшкән. Унда 8-се класс ҡыҙҙары шөғөлләнә. Киләсәктә Булат ағай ансамбль төҙөү хыялы менән янып йәшәй.
Ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләүсе тәжрибәле агроном әле лә сафта. Ҡырсылыҡ эшен яҡшы белгән аҡһаҡалды «Ҡоланбаев» крәҫтиән-фермер хужалығына консультант итеп эшкә саҡырғандар. Ул үҙенең бай тәжрибәһен йәштәргә өйрәтеп ҡалырға тырыша.
Фатыховтар өс ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырған. Нәсимәләре—Баймаҡта, ә Рәсимә менән Альбиналары Сибайҙа йәшәй. Уларҙың өсәүһе лә юғары белемле белгестәр. Ҡартатай менән өләсәй өс ейәне, ике ейәнсәре һәм бер бүләсәләренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә.
Альбина Таһирова.
3251. * Мәҡәлә түләүле нигеҙҙә баҫылды.