Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ғинуар 2019, 11:58

Тыуған яғым ҡәҙерле

Ҡыҙҙар ҡайҙа уҡырға китә, башлыса шул тарафтарҙа эшкә тороп ҡалыусан. Ә бына Сибай ҡыҙы Альбина Бикмырҙина Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының ҡул эштәре сәнғәте факультетында белем алып, тура тыуған яҡтарына эшкә ҡайта.

—Белгәнемде балаларға өйрәтергә теләйем. Сит яҡта бәхет эҙләп йө-рөгәнсе, үҙ еремә хеҙмәт итеүҙе хуп күрәм,—ти тырыш ҡыҙ.—Әлеге көндә Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләүем менән сикһеҙ ғорурланам. Мөһабәт бина, хеҙмәт шарттары тап мин хыялланғанса, шөғөлөм күңелемә ята.
Альбина Ринат ҡыҙына—24 йәш. Заманында Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын, үҙе эшләгән һынлы сәнғәт мәктәбен тамамлаған. Бө-гөн педагог ҡаланың 9-сы лицейының филиалы булған Арҡайым балалар баҡсаһы—башланғыс мәктәбендә лә өҫтәмә дәрестәр алып бара. 2-се, 3-сө класс уҡыусылары уҡытыусылары Альбина Ринат ҡыҙын көтөп ала. Балалар йәш остаздарынан һынлы сәнғәткә, ҡул эштәренә һәм әүәләргә өйрәнә. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: белем усағында балаларға өҫтәмә белем биреү юғары кимәлдә ойошторолған. Уҡыусылар дәрестән һуң экология, еңел атлетика, каратэ кеүек секцияларҙа бик теләп шөғөлләнә.
Гөлфиә Күлбаева, уҡытыусы.
Читайте нас: