Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ғинуар 2019, 10:31

Күпте күргән апайым

Бөтә халыҡ иҫке йылды оҙатып, яңы йылды ҡаршы алған мәлдә Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе бер туған апайым Асия Ямалетдин ҡыҙы Бикбова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Бөтә халыҡ иҫке йылды оҙатып, яңы йылды ҡаршы алған мәлдә Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе бер туған апайым Асия Ямалетдин ҡыҙы Бикбова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Беҙ күп балалы ғаиләлә үҫтек. Һуғыш ваҡытында ғына түгел, һуңынан да халыҡтың тормошо ауыр булды. Балаларҙың өлкәне булараҡ беҙҙең икәүебеҙгә лә бик иртә эшкә егелергә тура килде. Апайым өй эсендәге мәшәҡәттән бушана алмаһа, мин тыштағы эштәрҙе атҡарҙым. Беҙҙең бала саҡта күргән нужналарҙы бер гәзит битенә генә яҙып бөтөрөп булмаҫ ине. 6-сы, 7-се кластарҙа уҡығанда апайым уҡыуҙан һуң ауылдың ашханаһына барып эшләп ҡайтыр ине. Ә мин ат һарайына барып тиҙәк таҙалап, аттарға һыу эсереп, бесән биреп ҡайта торғайным. Йәйге каникулда яланда колхоз малына бесән әҙерләү, уларҙы көтөү, заготскот малын Орскийҙың ит комбинатына ҡыуып алып барыу һәм башҡа бик күп эштәр беҙҙең иңдә булды. Бала саҡтан эшкә өйрәнеп, халыҡ менән аралашып, тормошто аңлап үҫеү артабан ғаилә ҡорғанда ныҡ ярҙам иткәндер тип уйлайым. Сөнки апайымдың да, минең дә ғаиләләребеҙ башҡаларҙан кәм йәшәмәне.
Асия апайым 7-се класты тамамлағандан һуң башта ашханала эшләне. 1954 йылда магазинға һатыусы ярҙамсыһы булып урынлашты. «Башҡорт» совхозы ХТП-һында 40 йыл буйына тир түгеп хаҡлы ялға сыҡты.
—Аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарға ҡытлыҡ кисергән осорҙа һатыусы булып эшләүе еңелдән булманы,—ти апайым. Шулай ҙа, уның тыныс холоҡло, яғымлы, изге күңелле булыуы, таҙалыҡ һәм тәртипте яратыуы, тырышлығы, халыҡ менән уртаҡ тел таба белеүе эшендә ярҙам иткәндер, моғайын. Асия Ямалетдин ҡыҙын ауылдаштары ла, сауҙа предприятиеһы етәкселеге лә ихтирам итте. Эшләгән осорҙа бик күп Маҡтау грамоталары алды ул. «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәһе, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» таныҡлығы, «Совет ҡулланыусылар йәмғиәте отличнигы» һәм «БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» исеме шуға дәлил. Асия апайым йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Бер нисә саҡырылыш Матрай ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзаһы, Йылайыр районы судының заседателе лә булды ул. Тормош иптәше Әлибай Шаһимәрҙән улы менән 53 йыл бергә тырышып донъя көттөләр. Бер ул, өс ҡыҙ балаға ғүмер биреп, үҫтереп аяҡҡа баҫ-тырҙылар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер бөртөк улдары бик иртә вафат булып ҡалды. Бөгөн апайыбыҙ ҡыҙҙарының, кейәүҙәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй. Үҙ йортонда гөрләтеп донъя көтә, уның ишеге һәр кем өсөн асыҡ. Туған йәнле, хәстәрлекле, ярҙамсыл булғаны өсөн беҙ апайыбыҙҙы яратабыҙ. Ауылдаштары, бергә эшләгән иптәштәре лә уны ололап, хөрмәт итә.
Ҡустың Зиннур Бикбов.
Сибай ҡалаһы.