Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Ғинуар 2019, 11:50

Үҙе лә, идеялары ла шәп!

Уҙған йыл аҙағында Баймаҡ районы Темәс ауылында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» III Республика конкурсының финалы үтте. Белеүегеҙсә, Fаилә йылы сиктәрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» миҙалы булдырылғайны.

Уҙған йыл аҙағында Баймаҡ районы Темәс ауылында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» III Республика конкурсының финалы үтте. Белеүегеҙсә, Fаилә йылы сиктәрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» миҙалы булдырылғайны.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина был юғары награданы башҡорт матбуғатының тоғро дуҫы, Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатоваға тапшырҙы. Fаилә йылында Райхана Эдуард ҡыҙы бик күп саралар ойошторҙо, уларҙың барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Уның «Һаҡмар», «Атайсал», «Йәшлек», «Киске Өфө», «Шоңҡар», «Ағиҙел», «Йәншишмә», «Башҡортостан ҡыҙы» хәбәрселәре менән ойошторған Матбуғат көндәре маҡтауға лайыҡ. Халыҡ араһында танылыу яулаған шағирәләр Фирүзә Абдуллина, Гөлнур Ҡыуатова ижадына арналған сараларҙы айырым һыҙыҡ аҫтына алыр кәрәк. Яҙыусылар Хәйҙәр Тапаҡов, Гөлнара Мостафина, Әмир Солтангәрәев әҫәрҙәренә бағышланған кисәләре әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк булды. Мостай Кәрим ижадына арналған «Мостай Кәрим—беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме» исемле республика иншалар бәйгеһендә 4-се класта уҡыған улы Юлдаш менән призлы урын яулауҙары ла маҡтауға лайыҡ. Һанай китһәң, быйылғы йыл Райхана Булатова өсөн уңышлы булған. Ул тәүгеләрҙән булып «Атайсал» төбәк гәзите ойошторған «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» ижади проектына ҡушылып, Билал ауыл биләмәһендә йәшәүсе дүрт дан ғаилә тураһында матур, йөкмәткеле мәҡәләләр яҙып сыҡты. Уларҙың барыһы ла гәзит биттәрендә донъя күрһә, икәүһе «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» китабына индерелде. «Урал аръяғының 100 иң шәп ғаиләһе» проектының йомғаҡлау сараһында әүҙем авторыбыҙ Райхана Булатова II дәрәжәле диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Райхана Эдуард ҡыҙына «Афарин!» тибеҙ һәм ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә һеҙгә дәртләнеп, сәмләнеп эшләргә, матур идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын.
Читайте нас: