Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Ноябрь 2018, 16:56

Аяҡлыларҙан да шәберәк!

Депутат хәстәреҮҙ ғүмерен шофер һөнәренә бағышлаған Александр Васильевич Екимов Совет иленең ҡайһы ғына төбәктәрендә булмаған икән. Ватаныбыҙҙың иңен-буйын айҡаған водителдең эше еңелдән булмай. Әлбиттә, был уның һаулығына ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Бер мәл ул атлауҙан яҙа, инвалид коляскаһына ултыра. Оҙаҡ дауаханала ятҡандан һуң ике аяҡһыҙ ҡала.

Үҙ ғүмерен шофер һөнәренә бағышлаған Александр Васильевич Екимов Совет иленең ҡайһы ғына төбәктәрендә булмаған икән. Ватаныбыҙҙың иңен-буйын айҡаған водителдең эше еңелдән булмай. Әлбиттә, был уның һаулығына ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Бер мәл ул атлауҙан яҙа, инвалид коляскаһына ултыра. Оҙаҡ дауаханала ятҡандан һуң ике аяҡһыҙ ҡала.
Атлауҙан яҙып, инвалид коляскаһына ултырыу, әлбиттә, ауыр хәл. Көн һайын машина менән йөрөп өйрәнгән Александр Екимовҡа был икеләтә ауырыраҡ була. Шулай ҙа бирешмәй ул, туғандары ярҙамынан ташламай. Яҡындарының күңел йылыһына ғына әүрәп йәшәп ятҡанда уны яңы ғына булдырылған инвалидтар йәмғиәтенә саҡыралар. Йәмғиәттең тәүге рәйесе Александра Ивановна Ламзинаның тәҡдимен шатланып ҡабул итә. Бына шул осорҙан уның күңеле ҡанатлана! Сөнки, ике аяғы булмаһа ла, ул элеккесә машина йөрөтә, аяҡлы кешеләрҙән күберәк йөрөй башлай. Баймаҡ инвалидтар йәмғиәтенең бөтә сараларында әүҙем ҡатнаша, алыштырғыһыҙ ярҙамсы ла. Республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙан да ситтә ҡалмай. Уның «Ока» машинаһы Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә булды.
Тик тимер таушалмай тормай. Саша ағай был осорҙа өс «Ока» машинаһын алыштырып өлгөрә. Билдәле булыуынса, «Ока» машинаһы яңыртылып сығарылмай, инвалидтарға бушлай машина бирә торған льготалар ҙа 2005 йылда бөтөрөлдө. Александрға машина алыр өсөн бағыусылар эҙләүҙән башҡа сара ҡалмай. Быйыл ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Рөстәм Борханетдин улы Аблаевҡа финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Күптәрҙән кире яуап алырға күнеккән Екимовҡа был юлы ыңғай яуап килә. Рөстәм Борханетдин улы биргән ярҙамға Саша үҙ аҡсаһын ҡушып ҡулдан булһа ла ВАЗ-2110 машинаһын алды. Беҙ уның шатлыҡтан янып торған күҙҙәрен күреп ныҡ шатландыҡ!
Мәрхәмәтлек эшләүҙән баш тартмаған депутатҡа рәхмәт белдерһәк, Александрға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер тәләйбеҙ!
Илнур Атанғолов,
Баймаҡ инвалидтар йәмғиәте ағзаһы.