Эшһөйәр, уңған ғаиләләрҙең йорт-ихатаһы әллә ҡайҙан «йылмайып», балҡып үҙенә саҡырып тора. Хәйбулла районы Федоровка ауылында йәшәүсе Рәсимә һәм Кәрим Солтановтар үҙҙәренең йәшәйеше менән күптәргә үрнәк булып тора.
Ишек алдына ингәндән тәртип һәм бөхтәлек хакимлыҡ итә. Өй һәм усаҡлыҡ мөйөштәренә макроме алымы менән үрелгән кәрзиндәр эленгән. Уларҙа күҙҙең яуын алырҙай аллы-гөллө сәскәләр үҫә. Артабан Солтановтарҙың өлгөлө баҡсаһына үтәбеҙ. Сәскәләрҙең төрлөлөгөнә хайран ҡалырлыҡ! Бөтә күңелдәрен һалып баҡҡас йәшелсәләре лә ишелеп үҫә, емеш ағастары ла мул уңыш бирә уларҙың. Баҡсаның бер осонда балалар өсөн уйын майҙансығы булдырылған, хатта. Был матурлыҡты тыуҙырыуҙа йорт хужабикәһе Рәсимә Әүхәҙей ҡыҙының роле ҙур. Үҙенең идеяларын донъяға ашырырға уға һис шикһеҙ тормош иптәше Кәрим Ишҡәле улы булышлыҡ итә.
Рәсимә Солтанованың күңел һалып башҡарған тағы ла бер шөғөлө бар. Ул—ҡул эштәре оҫтаһы. Уның төҫлө ептәрҙән ырғаҡ менән бәйләгән сәскәләре тере сәскәләрҙән бер ҙә айырылмай. Сигелгән әйберҙәренән дә, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡул эштәренән дә ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Оҙон ҡышҡы көндәрҙә йорт хужабикәһе шәл бәйләүгә тотона. Оҫтабикә төрлө күргәҙмә, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Үҙенең күҙ нурын түгеп эшләгән әйберҙәрен туғандарына, таныштарына бүләк итеүҙән оло ҡәнәғәтлек кисерә. Сағыу ҡул эштәрен һатып алырға теләүселәр ҙә табылып тора. Рәсимә Әүхәҙей ҡыҙы, башлыса, сигеү өлгөләрен үҙе уйлап сығара. Шулай ҙа интернеттағы яңылыҡтар менән дә танышып бара. Берәй нәмәне уйлаһа төндәр буйына ла ултырырға әҙер ул. Матурлыҡты тоя белгән һәм үҙенең ҡул эштәре менән туғандарына, ауылдаштарына байрам кәйефе өләшеүсе ханымдың өйөндә ҡот уйнап тора. Ҡайҙа ҡарама ҡулдан яһалған сувенирҙар, ва- залар, кәрзиндәр теҙелеп киткән, бүлмә гөлдәре эргәһенән бәйләнгән сәскәләр урын алған. Йөҙө ҡояштай йылмайып торған, сәскә күңелле Рәсимә апайҙы ауылдаштары ла ихтирам итә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә ата-әсәй йортона ҡайтырға ашҡынып тора. Солтановтар улдары Альфред һәм ҡыҙҙары Гөлназға матур тәрбиә биреп, юғары белемле итеп оло тормош юлына сығарған. Уларҙың хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Бәхетле өләсәй менән ҡартатай ейән-ейәнсәрҙәре Аделина, Алина, Вилена һәм Данисты һөйөп туя алмай. Тәбиғәт матурлығына ғашиҡ Солтановтар йәйгеһен балалары менән бергәләшеп урманға походҡа сығып, йыл буйына етерлек дәрт ала, көс-ҡеүәт туплай.