АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Октябрь 2018, 16:55

Тирмә ҡороп, ҡымыҙ эсеп...

Үткән аҙнала Юрий Сенкевичтың мәрхүм булыуына 15 йыл тулып үткән икән. Юрий Сенкевич—совет ғалимы, медик, ләкин совет халҡы уны «Сәйәхәтселәр клубы» телетапшырыуын алып барыусы талантлы тележурналист булараҡ белде.

Үткән аҙнала Юрий Сенкевичтың мәрхүм булыуына 15 йыл тулып үткән икән. Юрий Сенкевич—совет ғалимы, медик, ләкин совет халҡы уны «Сәйәхәтселәр клубы» телетапшырыуын алып барыусы талантлы тележурналист булараҡ белде.
Был программа 1960 йылдарҙа сыға башлап, халыҡ араһында киң популярлыҡ яулап алды. Тәүҙә ул «Киносәйәхәтселәр клубы» тип аталды. 1991 йылдан 2003 йылға тиклем 1-се каналда уның ике меңдән ашыу тапшырыуы донъя күрә. Был тапшырыу Рәсәй телевидениеһының иң «өлкән» программаһының береһе булараҡ Гиннес рекордтар китабына ла индерелә. 1973 йылдан был тапшырыуҙы Юрий Сенкевич алып бара. Тапшырыуҙа ҡунаҡ булараҡ Тур Хейердал, Федор Конюхов, Жак Ив Кусто, Бернгард Гржимек, Жак Майоль кеүек бөтә донъяға билдәле сәйәхәтселәр ҡатнаша. Әйткәндәй, Сенкевич үҙе лә 1969 йылда Тур Хейердалдың ҡамыштан үреп яһалған «Ра-1» кәмәһендә ҡылған сәйәхәтендә табип булараҡ ҡатнаша.
1999 йылдың август аҙағында «Сәйәхәтселәр клубы»ның телевизион тапшырыуы етәксеһе Юрий Сенкевич 45 минутлыҡ документаль фильм төшөрөү уйы менән Башҡортостанға килә. 28-29 августа, ике көн, ул Баймаҡта ла эшләп китте. Талҡаҫта, «Таналыҡ» колхозының ҡымыҙ фермаһында булды, «Һәүәнәк» совхозы тирмә ҡорҙо, райондың фольклор төркөмө сығыш яһаны. Сенкевичҡа башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы, ҡымыҙы, ҡурайы һәм ҡорото бик оҡшаны. Быны һиҙеп ҡалған баймаҡтар уға күстәнәс итеп ҡорот һалып ебәрҙе.
Дүрт йылдан һуң, 2003 йылдың 25 сентябрендә, Юрий Сенкевич ҡаты ауырыуҙан һуң мәрхүм булып ҡала.
Фәрит Әхмәров.
Фотола: Юрий Сенкевич
Баймаҡта ҡунаҡта.
Фото авторҙың шәхси архивынан алынды.