Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Июль 2018, 18:04

Батыр күрке дан менән

Күптән түгел Иглин районында традицион яндан уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Сара донъя халыҡтарының тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү, яндан атыу һәм һыбай сабып килгән ыңғайға уҡ атыу шөғөлдәрен популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатын ҡуйған. Оло йыйын республиканының Ауырғазы, Fафури, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ишембай, Иглин райондарының, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы ҡалаларының, Мәскәү, Омск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренең, шулай уҡ Татарстан республикаһының, Словакия, Германия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия илдәренең туҡһанға яҡын мәргәнен бергә туплаған. Улар араһында уҡ атыу сәнғәте менән яңы ғына ҡыҙыҡһына башлағандар ҙа, етди шөғөлләнгәндәр ҙә, хатта мәртәбәле еңеүселәр ҙә булған.

«Мәргән уҡсы»ны биш меңдән ашыу кеше тамаша ҡылған. Беренсе көндә «Мәргән уҡсы» традицион яндан уҡ атыу бәйгеһендә беҙҙең яҡташыбыҙ, Сибай ҡалаһы уҡсыһы Хөрмәт Таһиров еңеү яулай. Ул төбәгебеҙҙә бил бирмәҫ көрәшсе булараҡ билдәле. Милли көрәш буйынса Урал кубогын яулаған спорт мастеры беренсе «Бөрйән батыры» булып та дан алған. Ҡалабыҙҙа «Батыр» көрәш клубын ойошторған тренер күп йылдар гимназия-интернатта балалар уҡыта. Шул уҡ ваҡытта милли көрәш буйынса секция ла алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында республика, Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаусылар байтаҡ. Уҡытыусының намыҫлы хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы», «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» билдәләре, Рәсәй Федерацияһының белем биреү һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланған.
«Зөбәйер ағайҙың ғаиләһендә һигеҙ малай, бер ҡыҙ үҫте. Малайҙарының бөтәһе лә көрәште. Шундай данлы ғаилә ул. Хөрмәт Бөрйән районында үткән 2-се «Бөрйән батыры» бәйгеһендә лә беренсе урын яуланы. Бүләкләгән саҡта, исемен атағас, ул һабантуйға тип ваҡытлыса эшләнгән метр-метр ярымлыҡ сәхнәгә һыбай сабып килеп менде. Сәхнә нисек емерелмәгәндер! Халыҡ гөж итеп ҡалды. Бына шундай ҡыйыу, батыр, дыуамалыраҡ егет ул»,—ти ауылдашы Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының баш-ҡарма комитеты ағзаһы ла икән. Милли спортты үҫтереү мәсьәләләре менән янып йөрөй.
Фәрит Әхмәров.
Һүрәттә:
Хөрмәт Таһиров бәйгелә сығыш яһаған кейемендә.