АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Июль 2018, 09:10

Ҡартайырға ваҡыт юҡ

«Быйыл йәй булмаҫ ул»,—тип май, июнь буйы һуҡрандыҡ. Йәшермәйем, өмөттө өҙгән саҡтар ҙа булғыланы. Килде бит, тәки, йәйе лә, килде. Ана, еләк тә бешкән. Ҡатын-ҡыҙ урам тултырып еләк һата. Эрелеген, матурлығын әйт әле һин уның! Ауыҙға ҡабыуы ла йәл.

«Быйыл йәй булмаҫ ул»,—тип май, июнь буйы һуҡрандыҡ. Йәшермәйем, өмөттө өҙгән саҡтар ҙа булғыланы. Килде бит, тәки, йәйе лә, килде. Ана, еләк тә бешкән. Ҡатын-ҡыҙ урам тултырып еләк һата. Эрелеген, матурлығын әйт әле һин уның! Ауыҙға ҡабыуы ла йәл.
Шундай уйҙарға бирелеп килеп индем Ләлә менән Айрат Замановтарҙың Арҡайым ҡасабаһының бер осонда тигәндәй ятҡан өйҙәренә. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырыуына ҡарамаҫтан (кешегә эҫе лә, һыуыҡ та ярамай!), Ләлә лә, Айрат та ишек алдында нимә менәндер булышып йөрөй. Хужабикә беҙҙе һыйларға бер туҫтаҡ еләк йыйып та ҡуйған.
—Олоғайғанса ҡала уртаһында йәшәнек. Ошо «таш баҙҙан» ҡотолоп, сәхрәлә, үҙ өйөңдә йәшәһәң ине, тип хыяллана торғайным. Хыялым тормошҡа ашты, 2012 йылда Арҡайымда өй күтәреп сыҡтыҡ,—ти Ләлә йөҙөнә сыҡҡан шатлығын йәшермәй.— Ситтән ярҙамһыҙ, үҙебеҙ тир түгеп тапҡан аҡса-ға ғына төҙөгәс, бик оҙаҡ «өйҙөк». Әммә үкенмәйбеҙ: беҙҙең үҙ еребеҙ, үҙ өйөбөҙ бар. 18 сутый!
Ишек алдына аяҡ баҫып, Ләлә менән Айраттың биләмәһен ҡарап сыҡҡас, хайран ҡалдым. Шул 18 сутый ерҙә фай-ҙаһыҙ ятҡан бер квадрат метр ер тапманым. Ҡапҡаны асып инеү менән күҙҙең яуын алып, ал-ҡыҙыл сәскәләр ҡаршы ала, унан тауыҡ-ҡош өсөн бәләкәй генә кәртә, мунса, теплица, арттараҡ—картуфлыҡ баҫыуы, сөгөлдөр, кишер түтәлдәре, еләк плантацияһы... Ҡыҫҡаһы, бөтә ишек алды—баҡса.
—Был йортта матур йәшәйем тиһәң, диванда ҡырын төшөп түшәмгә төкөрөп ятып булмай инде,—тип көлә Ләлә.—Эш табылып ҡына тора. Шулай ҙа өйөбөҙ ҡыуаныс артынан ҡыуаныс бүләк итеп кенә тора. Йорт һалып ҡына сыҡҡайныҡ, бер-бер артлы ейәндәр китте, Айратым да һауыҡты. Әле бына бассейнға һыу тултырып, мунса яғып, ейәндәрҙе көтөп ултырабыҙ. Ҡартайырға ваҡыт юҡ.
Читайте нас: