Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Июль 2018, 09:37

Яҡшы ҡағылһа—йән һөйөнә...

...Муйынымдан боролоп ҡарай алмай, билем һыҙлап, көс-хәл менән туҡталышта автобус көтөп торам. Йонсотто инде был сир—әҙ генә һалҡын алдырҙыңмы, йә булмаһа, берәй эштә бер аҙ көсөргәндеңме, үҙенең барлығын иҫкә төшөрөргә һәр ваҡыт әҙер... Шул саҡ яныма таныш булмаған бер йәш егет килеп, һаулыҡ һорашты: «Һаумыһығыҙ, ағай! Бик ныҡ ауырыҡһынып тораһығыҙ, шикелле?» Бөтөнләй белмәгән кешенең минең сәләмәтлегем менән ҡыҙыҡһыныуына аптырағандай, уға ҡарайым. «Шулайыраҡ шул, ҡустым... Тәнемдән ҡуҙғала алмайым... Мин Һеҙҙе танымайым бит әле?» «Шулайҙыр... Мин дә Һеҙҙе тәүгә генә күрәм. Исемем Нур... Дәүләтбаев. Ошо ауылда йәшәйем». «Бик һәйбәт, мин дә ошонда торам...»

...Муйынымдан боролоп ҡарай алмай, билем һыҙлап, көс-хәл менән туҡталышта автобус көтөп торам. Йонсотто инде был сир—әҙ генә һалҡын алдырҙыңмы, йә булмаһа, берәй эштә бер аҙ көсөргәндеңме, үҙенең барлығын иҫкә төшөрөргә һәр ваҡыт әҙер... Шул саҡ яныма таныш булмаған бер йәш егет килеп, һаулыҡ һорашты: «Һаумыһығыҙ, ағай! Бик ныҡ ауырыҡһынып тораһығыҙ, шикелле?» Бөтөнләй белмәгән кешенең минең сәләмәтлегем менән ҡыҙыҡһыныуына аптырағандай, уға ҡарайым. «Шулайыраҡ шул, ҡустым... Тәнемдән ҡуҙғала алмайым... Мин Һеҙҙе танымайым бит әле?» «Шулайҙыр... Мин дә Һеҙҙе тәүгә генә күрәм. Исемем Нур... Дәүләтбаев. Ошо ауылда йәшәйем». «Бик һәйбәт, мин дә ошонда торам...»
Уңғансы булмай көткән автобусыбыҙ ҙа килеп туҡтаны һәм беҙ салонда йәнәш урынға ултырҙыҡ. Юлда туҡталышта башланған хәбәребеҙ кире ялғанды. «Мин байтаҡ йылдар инде массаж менән булышам. Кешенең нимәнән яфаланғанын күҙалларға ла төшөндөм шикелле... Һеҙгә лә ярҙам итә алам, ағай, улай йонсоп йөрөмәгеҙ!» Яңы танышым менән байтаҡ ҡына гәпләшеп килеп, үҙ туҡталышымда төшөп ҡалдым...
Үҙ ғүмеремдә бихисап кешеләр менән осрашып, төрлө темаларға әңгәмәләшкәнем бар. Әм-мә бөгөнгө танышым ише беренсе һөйләшеүҙән үк үҙенә йәлеп иткән, һөйләшер һүҙҙәребеҙ береккән ихлас әңгәмәселәргә бик һирәк юлыҡтым. Бигерәк тә кешеләр бер-береһенән алыҫлаша барған беҙҙең заманда ошондай ихлас, ябай һәм кеселекле юлдаштар онотҡанда бер тап була.
Йәшермәйем, борон-борондан үҙенең изге дин әһелдәре, әүлиәләре, йырсы-ҡурайсы, бейеүселәре менән дан тотҡан гүзәл тәбиғәтле Баймаҡ еренең уңған, тынғыһыҙ кешеләре тағы ла гүзәлерәк. Әллә ни алым-мәнфәғәт көҫәмәй, дан-маҡтауҙар талап итмәй, һәр ваҡыт башҡаларға игелек ҡылырға ынтылып йәшәйҙәр улар. Дин юлында иһә улар бөгөн дә бар яҡлап өлгө булырҙай халыҡ. Быны мин яңы танышым Нур Дәүләтбаев йөҙөндә лә асыҡ күрҙем.
...Бынан өс мөсәл йыл элек Баймаҡ районының Ярат ауылында Рима менән Урал Дәүләтбаевтарҙың йәш ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Нур. Көтөп алынған һөйөклө балаларына, ерҙә нурҙай балҡып, кешеләргә изгелек сәсеп йәшәһен, тигән изге теләктә ҡушалар уға исемде. Ысынлап та, ата-әсәһенең өмөт-ышанысын аҡлап, бәләкәйҙән зирәк һәм теремек булып үҫә ул. Ауыл эргәһендәге Әпкешәй та-уында, Һаҡмар буйында тиҫтерҙәре менән йәшенмәк, атыш уйнап йөрөгән биш-алты йәшлек малай ғына сағында уҡ үҙендә ниндәйҙер аңлашылмаған ҡөҙрәт барлығын тоя. Ата-әсәһе, яҡындары ла һиҙгәндер инде быны, сөнки кистәрен унан массаж эшләтергә, үҙебеҙсә әйтһәк, арҡаларын һылатып-майлатырға әҙер торалар. «Ҡулдарыңдың име бар бит һинең—һин һыпырһаң, тән ауыртыуҙары юҡҡа сыға ла ҡуя... Ҡулыңдан һөйөнөп йәшә!»—һәр береһенең ошондай маҡтау һүҙҙәре кескәй малайҙы уғата осондороп ебәрә.
Мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡып йөрөгән егет, мәле еткәс, хәрби хеҙмәткә юллана. Ватан алдындағы бурысын Свердловск өлкәһендә үтә Нур. Әрменән һуң ауылда үҙенең күңеле ҡушҡан шөғөл менән булышыуын дауам итә. Әсәһе Римма апайҙың Өфөлә массажсы булып эшләгән һеңлеһе Луиза Хөрмәт ҡыҙы бер ялға ҡайтҡанында: «Нур, тәнем һынығып ҡаҡшайым, әллә миңә массаж яһайһыңмы? Бала сағыңда ҡулдарың шул тиклем килешә торғайны...»—тигәс, бер ни уйламай ғына апайының теләген үтәй. «Һай, рәхмәт! Тәжрибәле массажсыларҙан былайыраҡ бит һин, әйҙә—Өфөгә, һиңә мотлаҡ уҡып алырға кәрәк!»—тип үҙе янына саҡыра. Шулай итеп, ир ҡорона ингән егет баш ҡалалағы массажсылар ассоциацияһында махсус белемгә эйә булып, ҡулына танытма ала һәм, ысын белгес булараҡ, ошонда хеҙмәт юлын башлай. Башта Дим биҫтәһендә, һуңынан Ибраһимов бульварында «Сәләмәт ғаилә» медицина үҙәгендә массажсы булып эшләй.
«Тырыштан тир китмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ»,—тиҙәр бит беҙҙең башҡорт халҡында. Нур ҙа, сәғәтле эшендә алған эш хаҡынан тыш, пациенттарға түләүле хеҙмәттәр күрһәтергә лә йыбанмай. Ә нәҡ уның ҡулына эләгергә теләүселәрҙән тотош сираттар барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә, тырыш егет, төрлө семинарҙарҙа, симпозиумдарҙа, башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашып, булған белемен, эш алымдарын даими камиллаштырыу яғын да хәстәрләй, башҡаларға ҡарап өйрәнә, оҫталығын арттыра.
—Өфөлә бөтөнләйгә ҡалырға ла була ине лә ул, сөнки төшөмлө генә урындарға эшкә лә саҡыралар ине,—ти Нур.—Тик урыҫтарҙың: «Ҡайҙа тыуһаң, шунда кәрәкле бул!»—тигән әйтеменә ярашлы, тыуған яғыма тартылдым. Үҙ халҡыңа ярҙам итеүҙән дә сауаплыраҡ ғәмәл юҡтыр ул минеңсә...
ВДНХ-ла үткән медицина форумында ҡатнашып, Нур Урал улы бик күп массаж яһау оҫта-лары менән аралаша, үҙенең һәләтен дә күрһәтә. Нәҡ ошонда уны күренекле дауаханаларға, абруйлы шифаханаларға эшкә ҡоҙалайҙар. Әммә уйы менән тыуған яғында йөрөгән егет итәғәтле генә баш тарта.
Нәҫел ептәре исем-аты диндарҙар араһында танылыу алған Шәйәхмәт ҡарыйға барып тоташҡан Нур Урал улы шәриғәт ҡанундары менән дә ярайһы ғына хәбәрҙар булып сыҡты, үҙе лә дини йолаларға ыңғай ҡарашта икән. Атаһы Урал Fиниәт улы ла юҡтан ғына Ярат ауылы мәсетендә мөьәзин вазифаһын йөкләмәгән.
—Хәйер биреп кенә гонаһтан таҙарынып, бисмилла әйтеп кенә динле булып булмай, иң элек кеше кемдеңдер алдында динле булып күренер өсөн түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн динле булырға тейеш, тип өйрәтә диндар атайым.—Нурҙың дин хаҡындағы фекерҙәре лә бик фәһемле һәм урынлы, минеңсә.—Унан килеп, бар күңеле менән дин тотоусыларҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы ла көслөрәк. «Фатиха» сүрәһе, мәҫәлән, үҙе генә лә кешенең эске торошона, күңеленә әллә күпме еңеллек биреү ҡөҙрәтенә эйә. Был ябай һүҙ генә түгел, ә фәнни яҡтан иҫбат ителгән факт. Аят-доғалар кешенең рухын таҙарта һәм байыта, психологик бушаныуға килтерә...
Кешеләге аяҡ-ҡул быуындары һыҙлауы, муйын һәм бил ауыртыуҙары нигеҙҙә умыртҡа бағанаһы зыян күреүҙән килә, тип иҫәпләй тәжрибәле массажсы. Шуға ла теге йәки был урындың нилектән ауыртып-һыҙлауының сәбәбен асыҡламайынса тороп массаж яһай башларға ашыҡмай ул. Башта кешенең хәл-торошон өйрәнеп, уның менән йәнле әңгәмә ҡороп алыу, психологик бушандырыуҙан башлай ул һылау эшен. Әлегә туған-тыумасаһына, дуҫ-иштәренә генә ярҙам итһә лә, киләсәктә үҙ салонын асып, мохтаждарҙың барыһын да ҡабул итеү, уларҙың хәлен еңеләйтеү теләге менән яна Нур Урал улы. Сөнки янынан үткән сирлеләргә тыныс күңел менән ҡарай алмай ул, һис юғы ипле һүҙе менән уларҙың хәлдәренә инергә тырыша. Ә миңә, Аллаға шөкөр, күрше урамда ғына йәшәгән яңы танышымдың ҡулдарының имен-сихәтен үҙемә татырға тура килде һәм уға тик рәхмәттәр генә әйтәм.
Мотал Рәмов.
Баймаҡ районы.
Һүрәттә: Нур Дәүләтбаев Өфөлә эшләгән сағында.
Читайте нас: