Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Июнь 2018, 14:10

Сабыйҙарҙы ҡотҡарған

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының Баймаҡ район-ара күҙәтеү һәм профилактик эштәр буйынса бүлеге начальнигы Владимир Люляев Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Юлай Бикбовҡа «Янғында күрһәткән ҡыйыулығы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының был ведомство наградаһына Юлай Булат улы янғындан өс баланы ҡотҡарып алып ҡалғаны өсөн лайыҡ булған.

Март башында була был хәл. Юлайға Сибайҙа йәшәгән Баязит ҡустыһы ҡунаҡҡа килә. Улар икәүләшеп клубта ойошторолған 80-се йылдар дискотекаһына бара. Унан ҡайтышлай ауыл урамдары буйлап үтергә булалар. Шунда төтөн еҫе сығыуын һиҙәләр, башта бесән яна тип уйлайҙар, шунан ғына төтөн шәхси йорттан килгәнен күрәләр. Баязит клубҡа кешеләрҙе саҡырырға йүгерә, ә Юлай, был йортта 4 балалы ғаилә йәшәгәнен белгәс, шундуҡ ярҙамға ташлана. Тәҙрәне алһа, ялҡын көсәйәсәген яҡшы аңлай. Шуға ла бикле ишекте боҙа, уға күпме ваҡыт сарыф иткәнен иҫләмәй, әммә ул кеше килгәнсе өйгә үтә. Илау тауышы ишетелгән яҡҡа үтеп тәүҙә 5 йәшлек ҡыҙҙы сығара. Шунан тағы эскә инә һәм һәрмәнеп йөрөп тағы бер баланы таба. Хәле бөтөп, тын алыуы ауырлашһа ла ул өсөнсө сабый артынан инмәйенсә булдыра алмай. Аҙаҡ сығарған ике бала ла иҫһеҙ була. Шулай 3 баланы соланға алып сыға ла, дүртенселәре бар бит, уныһы ҡайһы тирәлә икән, тип һөйләнгәнендә 5 йәшлек ҡыҙҙың ағайым дауаханала тигәнен ишетә. Күршелә элекке шәфҡәт туташы йәшәгәнен иҫләп кескәйҙәрҙе күтәреп шунда ташый. Әлфиә Торомтаева балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, унан һуң Аҡъяр дауаханаһына оҙата. Балаларҙың ата-әсәһе ҡайтып ингәндә өйҙәре янып бөткән була. Йәнтеш ауылы халҡы ла, бәләгә тарыған ғаилә лә йәнен, тәнен аямай утҡа ташланып, 5, 3, 2 йәшлек сабыйҙарҙы ҡотҡарған Юлай Бикбовты геройға тиңләй. Әммә ул үҙен ниндәйҙер ҡаһарманлыҡ эшләнем тип иҫәпләмәй. Минең урында кем булһа ла шулай эшләр ине, ти.
Юлай Булат улы ҡатыны Ләйсән Fәлимйән ҡыҙы менән Гәлсәр, Уралиә, Әлиә исемле 3 ҡыҙ үҫтерә. Fаилә башлығы «Һаҡмар» шифахаһында слесарь-сантехник булып эшләй, Ләйсән клуб хеҙмәткәре. Ҙур йорт һалып сыҡҡандар.
Гөлдәр Ҡадаева.