АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Май 2018, 11:44

ЯРАТ ҠЫҘҘАРЫ—ФӘН КАНДИДАТТАРЫ!

Халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, теле менән ҡыҙыҡһынған, бер нәмәгә лә битараф булмаған, маҡсаттарына ынтылыусан йәштәребеҙ байтаҡ. Бары сабый саҡтан күңеленә әхлаҡи камиллыҡ һалынған, гүзәллеккә һәм сафлыҡҡа ғашиҡ шәхес кенә ысынбарлығында һәр ерҙә уңыш яулай алалыр ул. Бөгөн һүҙ алып барасаҡ игеҙәк ҡыҙҙар Алита Лоҡманова менән Алина Хәлилова шундайҙарҙан. Эштәренең уң барыуы, үҙҙәрен уратып алған кешеләрҙең ышанысын, хөрмәтен яулауы ла ошо сифаттарға бәйлелер, тигән һығымтаға киләһең.

Халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, теле менән ҡыҙыҡһынған, бер нәмәгә лә битараф булмаған, маҡсаттарына ынтылыусан йәштәребеҙ байтаҡ. Бары сабый саҡтан күңеленә әхлаҡи камиллыҡ һалынған, гүзәллеккә һәм сафлыҡҡа ғашиҡ шәхес кенә ысынбарлығында һәр ерҙә уңыш яулай алалыр ул. Бөгөн һүҙ алып барасаҡ игеҙәк ҡыҙҙар Алита Лоҡманова менән Алина Хәлилова шундайҙарҙан. Эштәренең уң барыуы, үҙҙәрен уратып алған кешеләрҙең ышанысын, хөрмәтен яулауы ла ошо сифаттарға бәйлелер, тигән һығымтаға киләһең.
Ҡыҙҙар Ярат ауылында йәшәүсе Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙы һәм Даян Фәхрислам улы Хисмәтуллиндарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ауылда башланғыс класты тамамлағас, артабанғы уҡыуҙарын Өфө ҡалаһындағы Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһында дауам итәләр. Бала саҡтан сәнғәт, әҙәбиәт, туған тел менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙҙар мәктәп йылдарында Башҡортостандың милли баҫмалары «Йәншишмә», «Аманат» менән дуҫ булалар. Һүрәттәре гәзит-журнал биттәрен даими биҙәп килә. Бынан тыш йәш хәбәрселәр мәҡәләләр ҙә, көләмәстәр ҙә яҙа, кроссвордтар эшләй. Тиҫтерҙәренә төрлө ҡул эштәре өлгөләрен өйрәтеп, аш-һыу әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашып, тәмле рецептар ҙа тәҡдим итәләр. Әүҙем яҙышҡандары өсөн улар «Йәншишмә» ғәзитенең Fәбиҙулла Зарипов исемендәге йәш хәбәрселәр премияһына лайыҡ була. Ошо уңайҙан Ҡырымдағы «Артек» Халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеү бәхете лә тейә уларға. Гимназияны өлгөлө аттестат менән тамамлағас, Алита менән Алина М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Ҡыҙҙар тәүге курстарҙан алып студент тормошонда ҡайнап йәшәй. Уҡып ҡына ҡалмайҙар, төрлө йәмәғәт эштәрендә, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Уҡыуҙарындағы уңыштары өсөн Алита—Мифтахетдин Аҡмулла, Алина—Әхмәтзәки Вәлиди һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге стипендияларға лайыҡ була. Факультетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тырыш ҡыҙҙарҙы университетта эшкә ҡалдыралар. Белемдәрен артабан камиллаштырыу маҡсатында улар аспирантураға уҡырға инә. Конференцияларҙа сығыш яһау, ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләр баҫтырыу менән бер рәттән төрлө проекттар өҫтөндә лә эшләйҙәр. 2017 йылда Алита йәш ғалимдарҙың фәнни эштәре конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы грантына эйә булды. Шул осорҙа аспирантураны тамамлап, ул уңышлы диссертация яҡларға һәм филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен алыуға өлгәште. Ә Алина иһә быйыл февраль айында ошо уҡ дәрәжәне яулап, беҙгә, ауылдаштарына, уҡытыусыларына тағы ла ҡыуаныс өҫтәне. Кандидатлыҡ диссертацияһын ҡыҙҙар филология фәндәре кандидаты, доцент Зөләйхә Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина етәкселегендә яҙа.
Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы донъяны йәмләүсе, дауам иттереүсе итеп яралтҡан. Fаилә ҡороу, бала табыу, бағыу—ҡыҙҙарҙың тәү бурыстарының береһе. Икеһе лә матур ғаилә ҡороп, Өфө ҡалаһында төпләнде. Алитаның тормош юлдашы Fәзиз Рәсәй-Башҡортостан телеканалында хәбәрсе, Йәсминә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Алинаның ире Илшат «Газпром» проектлау ойошмаһында әйҙәүсе инженер, бергәләп Алтынай исемле матур ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. «Балаларҙың бәләкәй булыуы бер нәмәгә лә ҡамасауламай. Алға маҡсат ҡуйып, шуға табан барырға ғына кәрәк. Әлбиттә, яныбыҙҙа беҙҙе аңлаған тормош иптәше, атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә булмаһа, барыһына ла өлгәшеп булмаҫ ине»,—тиҙәр ихлас йылмайып Алита менән Алина. Ысынлап та, ҡыҙҙарҙың башҡарған һәр эше, ғөмүмән, йәшәү асылы тыуған ергә, халҡына һөйөү көсө, илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған. Ярат ауылы ҡыҙҙарына ғаилә именлеге, балаларының шатлығын тойоп йәшәргә, артабан да һәр башланғыстарында яңынан-яңы үрҙәргә өлгәшергә насип итһен.
Миләүшә Юлдашбаева.
Баймаҡ районы Ярат ауылы.
Читайте нас: