АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Ғинуар 2018, 14:17

Күҙ тейә генә күрмәһен!

Һеҙ һүрәттә күргән күркәм пар Баймаҡ ҡа-лаһында йәшәй. Урал һәм Юлиә Fүмәровтар 4 бала тәрбиәләй.

Һеҙ һүрәттә күргән күркәм пар Баймаҡ ҡа-лаһында йәшәй. Урал һәм Юлиә Fүмәровтар 4 бала тәрбиәләй.
Fаилә башлығы районда көрәшсе булараҡ дан алған. Ул ошо спорт төрө буйынса республика ғына түгел, Рәсәй чемпионы ла. Йәнә Урал халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән маҡтауға лайыҡ. Fөмүмән, уларҙың ғаиләһендә берәү ҙә йыр-моңға битараф түгел. Әле декрет ялында булған кәләше Юлиә лә йырларға ярата. Иң оло улдары Әнүр «Сулпылар» телевизион конкурсында өсөнсө урын алды. Уға әле 14 йәш. Унан ике йәшкә кесе Fәзинур иһә шашка буйынса бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың икеһе лә ҡаланың 3-сө мәктәбендә белем ала. Ә ҡыҙҙары Наҙгөл «Айыуҡай» балалар баҡсаһына йөрөй. Ул «Сыбай ҡашҡа», «Ете ҡыҙ» кеүек халыҡ йырҙарын башҡарып, барыһын да хайран итеп кенә ҡалмай, бейергә лә ярата. Юҡҡа ғына «Саптар» бейеү ансамблендә шөғөлләнмәй. Fүмәровтарҙың кинйәкәүенә—Сураманға иһә әлегә 3 кенә йәш.
—Төрлө ғаилә ярыштарына сығабыҙ. Балаларҙы үҙебеҙҙең өлгөлә тәрбиә-ләргә тырышабыҙ. Иремдең һәр бер ҡыҙыҡһыныуын хуплап ҡына торам. Ҡушылып йырлап ҡына ҡалмайым, хатта винтовка менән атыу ярыштарына бергә барам. Уҙған йыл Урал—ир-егеттәр араһында, мин ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урын яуланым,—ти Юлиә.
Урал улдарын ысын ир-егет итеп үҫтереү өсөн көс һалһа, Юлиә ҡыҙына матур тәрбиә бирергә тырыша. Ул, Наҙгөлдә гүзәл заттарға хас нәзәкәтлек булдырыу ниәтенән, биҙәнеү, маникюр серҙәренә төшөнгән һәм селтәр тегеүҙе лә өйрәнеп алған.
Атайлы бала—арҡалы, әсәйле бала—иркәле, ти-ҙәр. Fүмәровтарҙың мөхәббәт емештәренә генә түгел, донъялағы һәр балаға арҡаланып, иркәләнеп кенә үҫергә яҙһын, ғаиләләр ныҡ, татыу, бәхетле булһын тип теләйбеҙ!