Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Ғинуар 2018, 12:35

ҮҘЕН ТҮГЕЛ, ХАЛҠЫН ХӘСТӘРЛӘЙ

2017 йыл Экология һәм айырым тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау йылы булараҡ үтеп китте. «Атайсал» гәзите өсөн ул иҫтәлекле йыл булды. Сөнки беҙҙең коллектив Һаҡмар йылғаһы аҡҡан Урал аръяғын ғына түгел, республиканы, хатта Рәсәйҙе шаулатып «Таҙа Һаҡмар» акция-эстафетаһын уҙғарҙы. Үткән йылдың яҙ-йәй айҙарында ойошторолған сараның бөгөн дә уңыштарын ишетеү беҙгә оло һөйөнөс бирә.

2017 йыл Экология һәм айырым тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау йылы булараҡ үтеп китте. «Атайсал» гәзите өсөн ул иҫтәлекле йыл булды. Сөнки беҙҙең коллектив Һаҡмар йылғаһы аҡҡан Урал аръяғын ғына түгел, республиканы, хатта Рәсәйҙе шаулатып «Таҙа Һаҡмар» акция-эстафетаһын уҙғарҙы. Үткән йылдың яҙ-йәй айҙарында ойошторолған сараның бөгөн дә уңыштарын ишетеү беҙгә оло һөйөнөс бирә.
Эйе, акция Әбйәлил районында башланып, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары аша үтеп, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районына барып сыҡҡайны. Ошондай күләмле эстафетаның инициаторы ябай ауыл кешеһе булыуы маҡтауға лайыҡ. Күптән түгел Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Фәйзрахман Егетбай улы Усмановты республикабыҙҙа «Йыл кешеһе» номинацияһында бил-дәләп, республикабыҙ Башлығы Р.З.Хәмитов менән осрашыуға саҡырыуҙары беҙ-ҙең һалған тырышлыҡтың юҡҡа булма-уын дәлилләне. Йәнә Хөкүмәт етәкселегенең иғтибарлы булыуы ҡыуандырҙы.
—«Республика Башкортостан» гәзите мине «Йыл кешеһе» номинацияһында күрһәтеп, «Йыл экологы» тип атауын һөйөнөп ҡабул итһәм дә, республика Башлығы менән осрашыуға саҡырырҙар тип һис уйламағайным. Һыҙланып торһам да, алыҫ юлдарға йөрөүҙе ауыр кисерһәм дә, Өфөгә юлланыуҙан баш тартманым. Сөнки төбәктә күтәрәһе проблемалар етерлек. Ә был осрашыу миңә ошо мәсьә-ләләрҙе Башлыҡҡа еткереүгә оло мөмкинлек биреүен яҡшы аңлай инем. Ниндәйҙер шик-шөбһәле шылтыратыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, уйымдан баш тартманым. Мин кемделер яманлау, кемдеңдер урын-еренә еткерелмәгән эшен мәсхәрәләү маҡсатынан барманым, ә ауылыбыҙҙы тө-ҙөкләндереү, үҫтереү йәһәте-нән ярҙам һорауҙы алға ҡуй-ҙым. Беҙҙең Сыңғыҙ ауылында өс йылға аға: Һаҡмар, Күсәбә, Ярмайылға. Улар аша һалынған күперҙәр бөгөн авария хәлендә. Автомобилдәр, маршрут автобустары үткәндәре лә, йәйәүле халыҡ өсөн тәғәйенләнгәндәре лә тиҙ арала төҙөкләндереүҙе талап итә. Мәҫәлән, Таулыҡай ауы-лында Һаҡ-мар аша һалын-ған кү-пер биге-рәк насар хәлдә. Таҡталары ысыҡынып, ҡалтайып тора ине, уны рәтләп тә тормаҫтан, өҫтөнә ваҡ таш ауҙарҙылар. Был ки-ләсәктә оло фажиғәғә алып килеүе мөмкин. Күсәбә һәм Ярма-йылға аша һалынған күперҙәргә лә ышаныс юҡ. Йылғалар бә-ләкәй булһа ла, яҙын ныҡ таша. Һыу күпер өҫтөнә килеп сыға, йә юлды унан-бынан тишеп, аҫтан аға башлай. Әгәр ташҡын кү-перҙәрҙе йыуып алып китһә, халыҡ бер ҡайҙа ла сыға ла, йөрөй ҙә алмаясаҡ. Ә йәйәүлеләр йөрө-гән баҫмаларҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Мәктәп уҡыусыларын йәл-ләргә генә ҡала. Ошо мәсьә-ләләрҙе күтәрергә теләнем һәм ниәтемә ирештем. Рөстәм Зәки улына уларҙың фотоһүрәтен дә алып барҙым. Башлыҡ уны күреп аптыраны һәм тиҙ арала күпер-ҙәрҙе яңыртыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуны әйтергә кәрәк: Башлыҡҡа республикабыҙ төбәгенән тиҫтәнән ашыу «йыл кешеһе» килгән ине. Рөстәм Зәки улы уларҙың һәммәһен дә ҙур иғтибар менән тыңланы, улар һорау биргән телдәрҙә—русса һәм башҡортса яуап ҡайтарҙы. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһенә лә битарафлыҡ күрһәтмәне. Fөмүмән, беҙҙе «аҡ йортта» йылы ҡаршы алдылар, бүләккә Почет грамоталары һәм гөл-ләмәләр бирҙеләр. Осрашыуҙан оло ҡәнәғәтлек алдым һәм мин күтәргән һорауиғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ тигән өмөт менән ҡайттым,—ти Фәйзрахман Егетбай улы.
«Таҙа Һаҡмар» акцияһы инициаторы Ф.Е.Усманов республика Хөкүмәтенән маҡтау тапҡан эшен дөйөм эш икәнен яҡшы аңлай. Шуға ла үҙ фекерен күтәреп ал-ған «Атайсал» гәзите коллективына, уның мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовҡа оло рәх-мәтле. Шулай уҡ эстафетаны хуплап, Һаҡмар буйына өмәгә сыҡҡан барлыҡ район халҡына, ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә һәм был сараны йыл да үткәрергә, йәшәгән төйәкте таҙа тоторға, ҡыйламаҫҡа саҡыра.
Тыуған еренә битараф булмаған, уның бөгөнгөһөн хәстәрләп, киләсәген уйлап йәшәгән уҙаманға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Нурия Илешева.
Һүрәттә: Ф.Усманов Р.З.Хәмитов менән осрашыу мәлендә.
Читайте нас: