Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Октябрь 2017, 18:46

НИК АУЫЛ МАТУР ТИҺӘҢ?..

Бөгөн үҙҙәренең юбилейын мөмкин тиклем сағыу итеп үткәрергә тырышыусылар бик күп. Кафеға туғандарын, яҡындарын саҡыралар, тамада яллайҙар, уйындар үткәрәләр...Аҡсаң ғына булһын. Ә бына Баймаҡ районы Fүмәр ауылында йәшәүсе Фирҙәүс һәм Урал Замановтар үҙҙәренең юбилейына 100-ҙән ашыу ҡарағай ултыртҡан! Улар шаулап үҫеп китһә, киләсәктә был урын йә Урал урманы, йә Мөхәббәт урманы тип аталыр әле. Күр ҙә тор!

Бөгөн үҙҙәренең юбилейын мөмкин тиклем сағыу итеп үткәрергә тырышыусылар бик күп. Кафеға туғандарын, яҡындарын саҡыралар, тамада яллайҙар, уйындар үткәрәләр...Аҡсаң ғына булһын. Ә бына Баймаҡ районы Fүмәр ауылында йәшәүсе Фирҙәүс һәм Урал Замановтар үҙҙәренең юбилейына 100-ҙән ашыу ҡарағай ултыртҡан! Улар шаулап үҫеп китһә, киләсәктә был урын йә Урал урманы, йә Мөхәббәт урманы тип аталыр әле. Күр ҙә тор!
Ысынлап та һәр кемебеҙгә үрнәк булырлыҡ өлгөлө ғаилә Замановтар. Fүмәрҙең бер осонда күркәм йорт һалып сыҡҡан Урал ағай үҙе ошо ауылдан. Ә Фирҙәүс еңгәйебеҙ—Сыңғыҙҙан. Уларҙың гөрләтеп донъя көтөүенә 40 йыл да булып киткән.
Урал Дамулла улы әрменән ҡайтҡан мәлдән алып үҙен йылҡысылыҡҡа бағышлай. Кәләше лә был тармаҡҡа битараф түгел. Шулай береһе йылҡы көтөп, икенсеһе бейә һауып, ҡымыҙ бешеп ғүмер итәләр. Хаҡлы ялға киткәнсе колхоз эшендә, мал араһында булдылар. Тырыш, булдыҡлы парға һоҡланмау ҙа мөмкин түгел. Улар үҙҙәре кеүек егәрле 2 ул, 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Замановтар хаҡлы ялда булһа ла ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Эшкә бөтмөр йорт хужаһы умарта ла тота. Әле улар иҫәбе—10. Бал ҡорттарын бағыу өсөн үҙеңә лә ошо бал ҡортондай егәрле булыр кәрәк бит әле, шунһыҙ мул уңышҡа өмөт итмә лә! Урал ағайҙың йәнә яратҡан шөғөлдәре бар. Ул да булһа—һунар һәм балыҡ тотоу. Был өлкәлә лә күршеләрен, яҡындарын хайран иткән табыштары етерлек.
Шундай күркәм ғаиләгә күптән түгел ауыл балалар баҡсаһы кескәйҙәре менән ҡунаҡҡа барҙыҡ. Маҡсатыбыҙ балаларҙы татыу ғаилә менән яҡындан таныштырыу, уларҙың шөғөлөнә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм бергә йәшәүҙәренә 40 йыл тулыу менән тәбрикләү ине. Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте.
—Fүмер тигәнең аҡҡан һыуға тиң. Яңы ғына килен булып төшкән һымаҡ инем, Fүмәр ауылында төпләнеүемә 40 йыл да булып киткән,—тип йылмайҙы хужабикә. Ә йорт хужаһы кескәйҙәрҙе ҡарағайлыҡҡа саҡырҙы.
—Бар күңелем менән тәбиғәткә ғашиҡмын. Иртә яҙҙан урманға ашығам. Йыуа, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, балдырған һәм башҡаһын ауыҙ итәм. Улар көс-ҡеүәт бирә. Әле кәртә артындағы ҡайындар ҡороп, йығылып бөткәс, ошо ҡарағайҙарҙы ултырттыҡ. Матур булып үҫеп киләләр,—ти ҡыуанып Урал ағай.
Ҡарағайлыҡты күреп килеүгә, Фирҙәүс инәләре бәләкәстәргә сәй табаны ла әҙерләп ҡуйған ине. Кескәйҙәр тәмлекәстәрҙән, шул иҫәптән балдан да ауыҙ итеп, бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Хәйер, балаларҙың ғына түгел, үҙемдең дә күңелем булды. Һәр юбиляр, Замановтар кеүек, үҙенең тыуған көнөндә, матур ғүмер байрамында бер нисә төп ағас ултыртһа, йә иһә башҡа изге эштәр ҡылһа, шул тиклем шәп булыр ине, эйеме?!
Миңзәлә Үҙәнбаева, тәрбиәсе.
Баймаҡ районы Fүмәр ауылы.
Читайте нас: