Премьер-министр Дмитрий Медведевтың ҡарарына ярашлы, 100 мең һум күләмендәге премия халыҡ ижады үҫешенә, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән педагогик эшмәкәрлеккә тос өлөш индереүселәргә, эпос башҡарыусыларға, үҙешмәкәр коллективтар етәкселәренә һәм солистарға тәғәйенләнгән. Быйыл «Халыҡ музыкаһы», «Халыҡ йыры», «Халыҡ оҫтаһы», «Традицион халыҡ мәҙәниәте»,«Халыҡ бейеүе» номинацияларында 15 кеше тәбрикләнгән. Рәсәй мәҙәниәт министрлығы аҡсалата премияға өҫтәп, диплом һәм түшкә таға торған билдә әҙерләгән.«Урал батыр» сәсәндәр мәктәбен етәкләүсе Асия Солтан ҡыҙы Fәйнуллина халыҡ-ара һәм республика сәсәндәр конкурсы лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эйә. Ул булдырған мәктәп Урал аръяғында ғына түгел, республикала берҙән-бер иҫәпләнә.