Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Октябрь 2017, 12:27

ВАРШАВАЛА БАШҠОРТСА БЕЛӘЛӘР

Вячеслав Чернев 30-ға яҡын телде белеүсе полиглот һәм башҡа милләт вәкилдәренә башҡорт телен уҡытыу буйынса үҙенсәлекле методика авторы булараҡ билдәле. Әлеге көндә Варшава университетының докторанты башҡорт теле морфологияһы буйынса диссертация яҡлауға әҙерләнә.

Вячеслав Чернев 30-ға яҡын телде белеүсе полиглот һәм башҡа милләт вәкилдәренә башҡорт телен уҡытыу буйынса үҙенсәлекле методика авторы булараҡ билдәле. Әлеге көндә Варшава университетының докторанты башҡорт теле морфологияһы буйынса диссертация яҡлауға әҙерләнә.
Сибай институтының Вячеслав Чернев йөҙөндә Варшава университеты менән хеҙмәттәшлеге бына инде икенсе йыл дауам итә. Уҡыу йорттары араһында ойошторолған видеобәйләнеш аша башҡорт телен уҡытыу һәм башҡа телдәрҙе өйрәнеү буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр, тел ғилеме буйынса айырым лекциялар үткәрелә.
Ошо көндәрҙә «Төрки телдәр системаһында башҡорт теленең урыны» темаһына уҙғарылған сираттағы видеоконференцияла В.Чернев тағы бер тапҡыр башҡорт теленең иң боронғо телдәр араһында булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уны өйрәнеү йөҙләгән телгә «асҡыс» була алыуын билдәләне. Тема буйынса һөйләшеү барышында төрки телдәр сағыштырылды, уларҙың нигеҙен билдәләүсе оҡшаш яҡтар асыҡланды, бөтә әйтелгәндәр ҡыҙыҡлы миҫалдар менән нығытыла барҙы. Дәрес филологтар өсөн генә түгел, башҡа йүнәлештәрҙә белем алыусы студенттар өсөн дә бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды.
Һөйләшеү аҙағында В.Чернев донъя кимәлендә билдәле булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын еткергән башҡорт телен һаҡларға, уны таратыу һәм пропагандалау буйынса интернет менән бәйле заманса яңы алымдарҙы файҙаланырға саҡырҙы. Әйткәндәй, Вячеслав Варшавала башҡорт телен өйрәтеү буйынса үҙәк асыу ниәте менән яна.
Г.Х.Сәмерханова,
Сибай институтының башҡорт һәм рус филологияһы
кафедраһы доценты.