Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Сентябрь 2017, 16:19

БЕР БЫУАТЛЫҠ ЯҘМЫШ

Ошо көндәрҙә үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләүсе Иван Иванович Фроловты ҡалабыҙҙың иң бәхетле кешеһе тип атарға була.Балалыҡ һәм үҫмер сағы еңел булмаған осорға эләкһә лә, бирешмәгән, йәшәргә ынтылған. Ул Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районына ҡараған Яңы Кондуровка ауылында тыуған. Атаһы үлгәс, әсәһе дүрт баланы үҙе ҡараған. Бик иртә эшкә өйрәнгән егет 1931 йылда Сибай руднигына килеп урынлаша һәм төрлө эштәрҙе атҡара. 33-сө йылдағы аслыҡты алабута орлоғо ашап үткәреүе тураһында ул әле лә яҡшы хәтерләй. Әйенселәп йөрөргә лә тура килә уға. Аҙна һайын 60 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылына йәйәүләп ҡайтып йөрөүе егетте тағы ла сыныҡтыра. Оҙаҡламай Иванды буфетсы итеп эшкә алалар. Бер йылдан уны магазинға һатыусы итеп күсерәләр. Һуңынан Свердловск ҡалаһына ярты йылға уҡыуға ебәрәләр. Шулай итеп, киләсәген сауҙа өлкәһе менән бәйләргә ниәтләгән егет Берләштерелгән иҫәп системаһында (ОРС) эшләүен дауам итә. Тырышлығы һәм эшһөйәрлеге арҡаһында уны склад мөдире, һуңынан Баймаҡ ОРС-ы базаһы директоры итеп үрләтәләр.

Ошо көндәрҙә үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләүсе Иван Иванович Фроловты ҡалабыҙҙың иң бәхетле кешеһе тип атарға була.
Балалыҡ һәм үҫмер сағы еңел булмаған осорға эләкһә лә, бирешмәгән, йәшәргә ынтылған. Ул Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районына ҡараған Яңы Кондуровка ауылында тыуған. Атаһы үлгәс, әсәһе дүрт баланы үҙе ҡараған. Бик иртә эшкә өйрәнгән егет 1931 йылда Сибай руднигына килеп урынлаша һәм төрлө эштәрҙе атҡара. 33-сө йылдағы аслыҡты алабута орлоғо ашап үткәреүе тураһында ул әле лә яҡшы хәтерләй. Әйенселәп йөрөргә лә тура килә уға. Аҙна һайын 60 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылына йәйәүләп ҡайтып йөрөүе егетте тағы ла сыныҡтыра. Оҙаҡламай Иванды буфетсы итеп эшкә алалар. Бер йылдан уны магазинға һатыусы итеп күсерәләр. Һуңынан Свердловск ҡалаһына ярты йылға уҡыуға ебәрәләр. Шулай итеп, киләсәген сауҙа өлкәһе менән бәйләргә ниәтләгән егет Берләштерелгән иҫәп системаһында (ОРС) эшләүен дауам итә. Тырышлығы һәм эшһөйәрлеге арҡаһында уны склад мөдире, һуңынан Баймаҡ ОРС-ы базаһы директоры итеп үрләтәләр.
Иван Иванович Фролов әрменән һуң фронтҡа алына. 1946 йылға тиклем немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышып, Украинанан башлап Польша, Германия, Австрия, Венгрия илдәрен гиҙә ул. Ҡаты алыштарҙың береһендә яраланған һалдат Еңеүҙе госпиталдә ҡаршылай. Кесе сержант Фроловҡа I дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Берлинды алғаны өсөн», «Праганы азат иткәне өсөн» миҙалдары тапшы- рылған.
—Милләтенә ҡарамайынса беҙ бөтәбеҙ бергә илебеҙ өсөн күтәрелдек һәм фашист илбаҫарҙарын еңдек. Һуғыш мине күп нәмәгә өйрәтте. Дуҫ булыу, иптәшеңә ярҙам итеү кеүек төшөнсәләр миңә әле лә йәшәргә ярҙам итә, көс бирә. Киләсәктә Рәсәйҙә тыныслыҡ булһын, һуғыш афәте сыҡмаһын, төрлө милләт кешеләре үҙ-ара татыу булһын тигән теләктә ҡалам,—ти ҡарт яугир.
Һуғыштан ҡайтҡас Иван Иванович яратҡан эшен дауам итә. Уның тырыш хеҙмәте «СССР-ҙың сауҙа отличнигы» знагы менән билдәләнгән. Улар ҡатыны Нина Васильевна менән бер улы, ике ҡыҙҙарына матур тәрбиә бирә. Фроловтарҙың 4 ейән-ейәнсәре һәм 2 бүлә-бүләсәһе бар. Үкенескә ҡаршы, Нина Васильевна быйыл июндә баҡыйлыҡҡа күскән. Балалары аталарын яңғыҙ ҡалдырмай, бар яҡлап ярҙам итеп тора. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тормошҡа зарланырға күнекмәгән. Ул бөгөн үҙ аяғы менән атлап йөрөүенә, яҡшы күреүенә, ишетеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Көн һайын Островский, 22 адресы буйынса урынлашҡан үҙе йәшәгән йорт эргәһенә сығып, саф һауа һуларға яратҡан Иван Ивановичтың Сибай ҡалаһы ҡала хакимиәте етәкселегенә бер генә үтенесе бар. Ул да булһа подъездан сыҡҡан ергә эскәмйә ҡуйҙырыу. Ололар көнө алдынан ветерандың теләге ҡабул булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Альбина Таһирова.
Һүрәттә: йөҙйәшәр ветеранды Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ф.Сафин
ҡотлай.