Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Июль 2017, 18:55

ҮҘ ЭШЕНЕҢ ОҪТАҺЫ

Сибай почтамтының 8-се бүлексәһенең 1-се класлы элемтә операторы Гөлдәр Рыҫҡужина (һүрәттә), йәш булыуына ҡарамаҫтан, күптән инде үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. Ул халыҡҡа киң хеҙмәт күрһәтә: хаттар, посылкалар һәм телеграммаларҙы ебәрә, коммуналь һәм башҡа түләүҙәрҙе ҡабул итә, гәзит-журналдарға яҙҙыра.

Сибай почтамты коллективы быйыл майҙа Өфөлә үткән «Иң яҡшы элемтә операторы—2017» республика конкурсына Г.В.Рыҫҡужинаны ебәрергә ҡарар итә һәм бер ҙә яңылышмай. Гөлдәр Вәлит ҡыҙы 40 конкурсант араһында бер үҙе Сибай ҡалаһы һәм тотош Урал аръяғы намыҫын яҡлап сығыш яһай. 1-се турҙа скайп аша «Яңы эшсенең адаптация осоро» темаһына әҙерләгән презентацияһын күрһәтеп, юғары балл йыйыуға ирешә. Конкурстың 2-се туры баш ҡалала уҙғарыла һәм унда республиканың иң шәп 9 почта хеҙмәткәре ҡатнаша. Гөлдәр тест һорауҙарына яуап биреү, үҙең менән таныштырыу, ижади эш күрһәтеү буйынса конкурсты уңышлы үтеп, 3-сө урынға лайыҡ була. Һәр яҡтан да тырыш белгескә Башҡортостан Республикаһы федераль почта элемтәһе идаралығының дипломы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыла. Гөлдәр Рыҫҡужина республика кимәлендәге бындай етди сараға әҙерләнеүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн Сибай почтамты начальнигы Л.Ф.Fайсинаға, уның урынбаҫары Г.В.Хачинаға, 8-се бүлексә начальнигы М.F.Кейекбирҙинаға ҙур рәхмәт белдерә.
Гөлдәр Вәлит ҡыҙын коллегалары уңған хужабикә, егәрле ҡатын һәм изге йөрәкле әсә булараҡ та яҡшы белә. Улар тормош иптәше Артур Усман улы менән бергәләп улдары Данил, ҡыҙҙары Дианаға матур тәрбиә бирә. Гөлдәр Рыҫҡужина тырыш хеҙмәте, клиенттарға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы менән башҡаларға өлгө булып тора.