Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Декабрь 2016, 18:08

Һәр ваҡыт булһын ут!

«Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Сибай электр селтәрҙәре» етештереү бүлегендә үҙ эшен белгән яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Реле һәм автоматика бүлеге начальнигы Мелихов Андрей Александрович әйтеүенсә, улар бөтә Урал аръяғын электр уты менән тәьмин итә. 11 кешенән торған коллектив ял һәм байрам көндәре тип тормай, ыжғыр буранда ла, томра эҫелә лә үҙҙәренең участкаларын хеҙмәтләндерә. Бында хәрби частағы кеүек техника ла, кешеләр ҙә тәүлек әйләнәһенә әҙер тора. Сөнки энергетика тармағында эшләүселәрҙән тәү сиратта тәртип, иғтибарлылыҡ һәм яуаплылыҡ талап ителә.

23 йыл ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған мастер Роберт Fилмитдин улы Исмәғилевты һәр саҡ йәштәргә өлгө итеп ҡуялар.

— Бүлек хеҙмәткәрҙәре Урал аръяғында урынлашҡан 39 ярҙамсы станцияны, 3664 реле һәм автоматика ҡоролмаларын хеҙмәтләндерә. Шуныһы һөйөндөрә: һуңғы йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәте заманса ҡорамалдар һәм микропроцессорлы терминалдар ҡуйыу буйынса бик алға китте. «Аҡыллы селтәрҙәр» программаһы буйынса диспетчерҙар Сибайҙа ултырып, Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында алып барылған эштәр менән туранан-тура идара итә ала. Быларҙың барыһы ла эшебеҙҙе еңеләйтә һәм уның сифатын арттырырға ярҙамлаша,—ти Роберт Fилмитдин улы.

Реле һәм автоматика бүлеге мастеры Р.F.Исмәғилевтың оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы рәүештә Рәсәй Энергетика министрлығының Почет грамотаһы, Сибай ҡалаһы ҡала округының Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Етеп килгән һөнәри байрамдары айҡанлы «Сибай электр селтәрҙәре» етештереү бүлеге эшсәндәрен ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ. Йортобоҙҙа һәр ваҡыт ут булһын!


Һүрәттә: реле һәм автоматика бүлеге начальнигы А.А.Мелихов һәм мастер Р.F.Исмәғилев сираттағы эш сәфәре алдынан кәңәш ҡора.