Әсәйемдең әсәһен беҙ Сыңғыҙ өләсәй тип атап үҫтек. Сөнки ул Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәне. Беҙгә, Ҡолсора ауылына ҡүнаҡҡа килһә, янында өйөрөлөп йөрөйбөҙ, шатланабыҙ... Тик ул бик hирәк ҡүнаҡ беҙҙең өйөбөҙҙә, уның бит үҙенең балалары күмәк, донъяhы ҙур! Ул 11 бала тапҡан, минән бәләкәс әле 3 балаһы бар… Бала ваҡытта аптырай инем, нисек инде өләсәйемдең балалары минән бәләкәс, улай буламы ул тип. Әле hаман да кешеләргә аңлатып бирәм был хаҡта. Ысынлап та ҡыҙыҡ, әйеме? Тимәк, өләсәй йәш булған, тормошо ҡайнап торған тигән һүҙ...
Тормош үтә торҙо, беҙ буй еттек. Байрам hайын тиерлек, каникулдар етhә Сыңғыҙға бара инем. Әсәйемдәрҙең бик ебәрәһе килмәй, әлбиттә, унда бит былай ҙа ғаилә ҙүр. Өләсәйем әйтә, эсемә hыйған бала тышыма ла hыя, килегеҙ, ти. Барhаҡ, тик ултырмайбыҙ, өләсәйгә булышабыҙ. Шунан эш бөткәс Һаҡмарға йүгерәбеҙ. Оҙаҡ йөрөhәк, өләсәй арттан килә, борсола инде. Сыңғыҙ ауылында энәлек ағасы үҫә, мин уны бүтән бер ерҙә лә осратҡаным булманы. Ана шул энәлек емеше тик Сыңғыҙ ауылының тәме булып тел төбөндә тороп ҡалды ла инде. Энәлекте эс тултырып ашайбыҙ ҙа өйгә ҡайтабыҙ, өләсәй менән ҡартатай тәмле итеп киске аш бешереп көтөп тора. Иң беренсе балалар ашап ала ла, иң аҙак үҙҙәре ултыра яйлап. Кис еткәнен беҙ көтөп кенә торабыҙ, тиҙ генә клубка сығыу яйын йүнләйбеҙ. Мин баш ейәнсәр бүларак, мине ебәрәләр рөхсәт hорарға. Өләсәй ҡартатайыңдан hора ти. Мин майлап, бөтә оҫталығымды hалып Париж ҡартатайҙан ризалык алып, үҙемдекен итеп ҡуям. Әлбиттә, ышаныстан сығырга ярамай, ваҡытында ҡайтып ятыу кәрәк. Урамға Сөмбөл, Рәмил ағай менән сығып китәбеҙ, уның ҡулында баян. Сығыу менән урам тултырып йыр башлайбыҙ. Миңә 14-15 йәш тирәһе, башта әллә ниндәй хыялдар, күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы.. Ауыл йәштәре костер яға, шунда туйғансы йырлашабыҙ. Сыңғыҙ йәштәре бик татыу hәм йыр -моңға дәртле кешеләр тип хәтеремдә ҡалды. Шулай йылдар үтә торҙо, минең инде тормошта үҙ юлым башланды. Ваҡыт табып йыл да өләсәй янына килеп китәм. Ҡартатай бик иртә генә, 64 йәшендә китеп барҙы. Уларҙың балалары ла үҙ ояhын ҡороп бөттө. Өләсәй һуңғы йылдарҙа бер аҙ бирешә башлағас, Радмир ҡустым уны Өфөгә дауаханаға килтерҙе. Яйы сыҡҡас мин уны үҙемә ҡүнаҡҡа алып ҡайттым. Өләсәйҙе Өфөгә ҡүнаҡҡа саҡырыҡ бик ҡатмарлы эш, ауылын ташлап бер ергә лә йөрөмәй торған кеше ине ул. Рәхәтләнеп иркәләндем өләсәйемә. Ҡосаҡлашып ҡына үлтырҙыҡ. Сөнки беләм, өләсәйле ғүмер мәңгелек түгел. Уның тәмле еҫен ғүмер бүйы онотолмаҫлыҡ итеп hендереп, ошо татлы минуттарҙы күңелемдә ҡалдырырға тырыштым.. Ул да шулай, бала кеүек иркәләнә... Ванна индереп, сәсен кер hабыны менән йыуғандан hүң ( үл гел шулай йыуҙы) аяҡ-ҡулдарына еҫле май менән массаж әшләйем. Арҡаларын майлап, битенә крем яғам. Ә үҙем шунан кинәнес алам, кемгә эләгә әле минең йәштә өләсәһен hыйпап ултырыу!. Үҙем үны һөйләндерәм. Әйҙә, күңелендә ни бар, вис сығарып hалhын тием. Үл бит ауыл ҡатыны, ғүмере буйы тик эш һәм донъя тип йәшәгән. Һәм дә балалар тип… Уға үҙ ғүмерендә шулай наҙланып ултырыу эләккән тиһеңме? 18 йәштә генә ҡартатайыма кәләш булып килгәне бирле донъя йөгөн тартҡан. Шуға күрә ошо минуттар икебеҙ өсөн дә ҡәҙерле.. Өләсәйем ипләп кенә hөйләй-hөйләй күҙ йәштәрен дә сығара башлай. Гел иламай ул, бик һирәк. Шуғалыр ҙа, ҡыйын бҡлып китә. Ҡартатайың бер рәхәт күрмәй үлеп китте тип уны йәлләй. Уныhы шүлай… Мин унан бала саҡ хәтирәләрен hорашам. Беләм, өләсәйҙең тормошо ябай киноларҙан кәм түгел. Ҡай саҡ мин унан ҡат- ҡат hөйләтәм, сөнки һөйләгән hайын яңы нәмәләр килеп сыға. Ул үҙ балаларына күп әйберҙе hөйләп тә ултырманы, ә бына минең менән айырыуса яҡын, йылы ине. … Аяғымда резина итек, миңә алты ғына йәш. Әле ҡарлы, әле ямғырлы көҙ, мин ҡаҙ көтәм. Ул ҡаҙҙары ҡаңғылдашып күл уртаhына осто ла китте! Мин шуларҙы ҡыуып алып ҡайтам тип, боҙло күлде лысма һыу бүлғансы кисеп, ҡаҙҙар артынан йүгерәм. Аяҡтарым боҙ булды, ҡайтып еткәндә уларҙы hиҙмәй инем… Шүл ҡоромағыр ҡаҙҙарҙы әрләп илайым, тик илап та ни файҙа, үгәй әсәй ҡаҙһыҙ ҡайтырга Ҡушманы..Әле лә аяҡтарым hыҙлаған hайын шул алты йәшлек баланы йәлләп илайым, ти өләсәй. 1,6 йәшлек кенә килеш үгәй әсәй ҡулына килеп әләгә ул. Тере әсәһе була тороп. Ул заманда атай кеше ҙур үрында эшләй, икенсе ҡатынға әүрәп китеп, өс баланы- Зиннур, Октябрят hәм Миңзифаны ала ла, ҡатынын айырып сығып китә. Тик имсәк бала Гөлзифаны әсәһе менән ҡалдыра, үкенескә ҡаршы ул бала күп тә үтмәй донъя ҡуя. Балалар hинең менән ҡалһа, астан үләсәк ти атай кеше. Бик ауыр йылдар, репрессия, халыҡ күпләп ҡырылған саҡ. Әсә кеше балалар тере ҡалhын тип, бирергә мәжбүр була. Атай кеше балаларҙы алып Ҡыҙыл яғына китә.. Вазифа өләсәй улы менән ҡыҙын күрергә тип барған саҡтарында йорт уның өсөн бикле була, уны бер кем дә өйгә индермәй. Ул ҡапҡа тишектәренән генә балаларынын уйнағанын күҙәтергә мәжбүр. Әсә йөрәге нисек өҙгөләнгәнен күҙаллауы ҡыйын түгел. Үгәй әсә Ғәйшәнең үҙ балалары булмай. Ғилман ҡарт менән улар 3 баланы аяҡҡа баҫтыра. 18 йәше тулғас өләсәйемде ҡартатайым менән таныштыралар hәм туй эшләйҙәр. Сыңғыҙ ауылы өсөн өләсәйем сыньяhау килен бүлып килеп төшә, бөтә ауыл аh итә. Сибәр, бай бирнәле килен. Ул ваҡытта үтек тигән нәмә юҡ, ә йәш килендә бар!. Ап-аҡ простыня ауыл кешеhе өсөн әллә ни, йәш килендең бирнәhе ысынлап та шаҡ ҡатыра күптәрҙе. Өләсәйем кейеп килгән костюм юбка, осло тағалы туфлиҙар ауыл ҡыҙҙарына әллә ни кеүек күренә. Күп ҡыҙҙар өләсәйҙең кейемдәрен ҡунаҡ фәләнгә алып тора башлай, ул кейемдәр инде китә ауыл буйлап ҡүлдан ҡулға… Йәштәр шулай донъя көтөп алып китә, бер-бер артлы балалар донъяға тыуа тора. Ҡәйнә менән ҡайны күршелә генә. Һәр аҙым күҙ алдында. Ҡәйнә бик хәтәр характерлы, байбисә тиерhең. Үҙенең 10 балаhы бар, уңған hәм үткер. Ҡәйнәһе йәш киленде ни өсөндөр бигүк ҡабул итмәй. Донъя бит, үҙ сәбәптәре булғандыр. Әммә өләсәйебеҙ йәш булыуға ҡарамаҫтан, мин йәшәйем, тиеп тормошҡа, ер аяғы ер башынан килдем, тип, ситләтеүҙәргә иғтибар итмәй, барыһана ла түҙеп йәшәй бирә. Әйткәндәй, мин дә иҫләйем ул ҡартәсәйемде. Ап-аҡ яулыҡ кейгән матур әбекәй. Ҡунаҡҡа тип урамына индек, бейек ҡойма, ҙур йорт. Йорттары ул заманға ҡарата йыhазлы, бай. Ҡартатай ғүмер бүйы колхоз председателе hәм ҙур урында эшләне. Өләсәй менән ҡартатай ғүмер буйы колхоз эшендә булды. Өләсәй таңғы биштән hыйыр hауырға китер, ҡыш тимәй, йәй тимәй. Балалар бер-береһен ҡарап үҫтерешә. Ҡай саҡ имсәк имгән балаға ни ҡаптырырға белмәй, бер апайым телен имеҙеп торган, өләсәй эштән ҡайтҡансы. Нисек кенә булмаhын, уларға белем биреп, hәр береhенә туй эшләп, тормош юлына оҙаттылар. Шулай көндәрҙән бер көндө таныш булмаған ҡатын өйҙөң ишеген шаҡый. Мин hинең әсәйең ти ул. Өләсәйҙең ҡулында беренсе балаhы, минең әсәйем Флюрә.Тик ул сит ҡатынды яҡынайтырга уйламай, ҡабүл итә алмай. Ул бит "мамка" тип үҫте, нисек кенә булмаhын, үгәй әсәйгә ул хөрмәт менән ҡарай. Ә хәҙер килеп үҙ әсәйең табылhынсы… Ярты ғүмер йәшәгәндән hуң был көтөлмәгән яңылык икенсе донъяны аса. Ниңә элек бер кем дә бер ни ҙә әйтмәгән? Минең бит үҙ әсәйем тере?!!! Вазифа ҡартәсәй алыҫ та йәшәмәй, шул уҡ районда. Үҙ донъяhы бар, әсәhе менән тора, мал тыуар тота.Бер нисә йыл үткәс, өләсәй инде биш алты бала әсәhе бүлғас, әсәhе янына үҙе барырға ҡарар итә. Күңелендә оҙаҡ йөрөтә ул был тарихты. Әсәй тигән көс барыбер үҙенә тарта. Вазифаның ҡыҙы килгән тигән хәбәр бөтә Абҙаҡ ауылына тарала. Өләсәйҙе өс балаhы менән өйҙән өйгә йөрөтөп аҙна буйы ҡунаҡ итәләр, туғандар менән таныштыралар. Вазифа өләсәй ҡыҙына тип әҙерләгән бирнәне тапшыра. Өләсәйем Сыңғыҙға hыйыр эйәртеп, кейеҙ келәмдәр, ҙур hандыҡ тейәп ҡайтып төшә… Бына шулай, әсә менән бала ярты ғүмер үткәс кенә күрешеү бәхетенә әйә була. Ғәфү иттеңме уны, аңлай алдыңмы тием өләсәйемә. Әлбиттә ти. Әсәй бит ул тине. Вазифа өләсәй бәхетле йәшәп 90 йәшен үтеп үлеп китте. Ғүмер бүйы балалар тип тилмереп, ошо осрашыу минуттарын йылдар буйы көтөп йәшәгән әсә… Өләсәйем күп сурытып, үҙ тормошон ҙур хәбәр итеп һөйләп ултырманы. Уның үҙ әсәһе килеп йөрөгәнен дә беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, тик аҙаҡ ҡына белдек. Ғөмүмән, иҫ киткес сабыр кеше булды өләсәй. Хәҙер генә мин уның әйтмәһә лә эсендә ниндәй уйҙар янғанын, ниндәй әсенеүҙәр кисергәнен күҙ алдына килтерә алам. Гел дә бер үк төш керә уға. Күл буйлап ҡаҙҙар артынан ялан аяҡ әй йүгерә, әй йүгерә.. Күлдә һыуҙар туңған, боҙҙар сырт-сырт иткән тауыш ҡына яңғырай. Тик ҡаҙҙары гелән ары ҡаса.. Боҙ булып туңған аяҡтар... Күҙ йәштәре генә үтә ныҡ ҡайнар... Хәлемдән килһә, шул ҡыҙ баланы ҡосағыма алып , өшөгән аяҡтарын йылытыр инем… Хәҙер инде өләсәйем үҙе лә ҡаҙҙар урап ҡайтмаҫ ерҙәрҙә..Урыны уның ожмах баҡсаһының түрҙәрендә булһын...
Фирүзә Париж.
Фото авторҙың шәхси архивынан