Бер танышым һөйләүҙәренән:
—Яңы йыл алды. Ҡыҙым, ейәнсәрем менән байрамға һәр төрлө тәмлекәстәр, бүләктәр алырға иҫәп тотоп Баймаҡҡа юл алдыҡ. Барлыҡ эштәрҙе теүәлләнек, күңел булды, машина ваҡ-төйәктәр менән тулды. Ҡараңғы ла төштө. Эш менән йөрөп ашханаға инергә лә ваҡыт тапманыҡ. Асыҡтырған. Яңы йыл өҫтәленә ҡыҙым шаурма алған икән. Руль тотоп килгән миңә лә был ят ризыҡты тотторҙо. Шаурма тигән нәмәләрен тәүгә ашауым. Ҡараңғы-юҡҡа һәрмәләнеп ят ризыҡты ауыҙға ҡаптым. Ҡаты, һуҙмаҡай ғына бер ризыҡ икән. Йәштәр нимәһен яратып ашайҙарҙыр инде тип уйлайым, үҙем һаман ашап маташам. Тарта-һуҙа ашап бөттөм шулай ҙа. Минең ашап бөткәнде күргән ҡыҙым: "Ҡағыҙын бир, ташлайым", - ти. Минең күҙ шарҙай булды. Ҡыҙыма әйләндем дә шаҡ ҡаттым.
- Уның ҡағыҙы ла буламы ней?!
- Була. Ҡағыҙы ғына түгел, целлофан тоҡсайы ла!
Бер аҙға бөтәбеҙ ҙә тын ҡалдыҡ һәм йығылып ятып көлә башланыҡ.
Бына шулай, иптәштәр! Һәр нәмәнең үҙенең рәт-сираты булған кеүек, шаурма кеүек ят ризыҡты ла белеп ашарға кәрәк икән! Ә һеҙ байрам өҫтәленә шаурма алдығыҙмы? 
РАЙХАНА БУЛАТОВА, китапханасы.
Баймаҡ районы Билал ауылы.